Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
23 Сентябрь 2022, 15:00

Рәсәйҙә түбән килемле ғаиләләр өсөн универсаль пособие булдырыла

Рәсәй Хөкүмәте түбән килемле ғаиләләр өсөн универсаль пособие индерергә тәҡдим итте. Был хаҡта кабминдың телеграм-каналында хәбәр ителә.

Рәсәйҙә түбән килемле ғаиләләр өсөн универсаль пособие булдырыла
Рәсәйҙә түбән килемле ғаиләләр өсөн универсаль пособие булдырыла

Финанс ярҙамы бала тәрбиәләгән 10 миллионға яҡын ғаиләләргә ҡағыла.

«2023 йылдың 1 ғинуарынан түбән килемле ғаиләләр өсөн универсаль пособие индерергә тәҡдим ителә. Ул ғәмәлдәге социаль яҡлау сараларын, шул иҫәптән бала тыуыуға йәки уны уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыуға бәйле һәм 3 йәше тулғансы пособиеларҙы, шулай уҡ 3-7 һәм 8-17 йәшлек балаларға түләүҙәрҙе берләштерә», тиелә белдереүҙә.

Бынан тыш, бындай пособие йөклөлөктөң иртә айҙарында иҫәпкә баҫҡан мохтаж ҡатын-ҡыҙҙарға тәғәйенләнә.

Универсаль пособие юллау өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталы, Күп функциялы үҙәк йәки Пенсия һәм социаль страховкалау фонды аша бер ғариза бирергә кәрәк.ф

Автор:
Читайте нас: