Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
16 Октябрь 2022, 14:00

2023 йылда эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсиялары күпмегә артыр?

Киләһе йылда эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсиялары инфляциянан 2,6 процент пунктҡа юғарыраҡ индексланасаҡ.

2023 йылда эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсиялары күпмегә артыр?
2023 йылда эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсиялары күпмегә артыр?

Был хаҡта Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ултырышында РФ хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Андрей Пудов белдергән.
«Фонд бюджетының формалашҡан сығымдары 2023 йылдың 1 ғинуарынан һәм 2024 йылда эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары күләмен уртаса алғанда 1 мең һумға арттырырға мөмкинлек бирә. Был 2022 йылдың 1 июнендә үткәрелгән индекслауҙы иҫәпкә алып пенсияның инфляция кимәленән артыуын тәьмин итә. Һөҙөмтәлә бергә ҡушылған индексация инфляциянан 2,6 процент пунктҡа артасаҡ«, — тип еткерә чиновниктың фекерен РИА Новости.

 

Автор:
Читайте нас: