Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
21 Ноябрь 2022, 11:00

Балалар пособиелары тураһындағы закон хупланды

Федерация Советы бала тыуыуға һәм уны тәрбиәләүгә бәйле берҙәм пособие түләү тураһындағы законды хупланы.

Балалар пособиелары тураһындағы закон хупланды
Балалар пособиелары тураһындағы закон хупланды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һүҙ бала тыуыуға һәм уны тәрбиәләүгә бәйле пособиеларҙы 17 йәшкә тиклем берләштергән берҙәм түләү билдәләү хаҡында бара.

Закон нормаһы 2023 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инер тип күҙаллана.

Пособие күләме аныҡ ғаиләнең килем кимәленә ҡарап, төбәк йәшәү минимумынан 50, 75 йәки 100 процент тәшкил итәсәк. 2023 йылда илдә уртаса сумма - ете мең һум (база күләме), 10,5 мең һум һәм 14 мең һум тәшкил итергә тейеш.

Ғаиләлә 17 йәшкә тиклемге бер нисә бала булған осраҡта пособие һәр балаға тәғәйенләнә.

Был пособиены кем, ниндәй күләмдә һәм ниндәй шарттарҙа алырға мөмкин? Аҡса иртә иҫәпкә торған йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 17 йәшкәсә балаһы булған граждандарға, уртаса килеме бер төбәк йәшәү минимумынан кәмерәк булһа, түләнәсәк.

2023 йылдың 1 ғинуарынан Дәүләт хеҙмәттәре, Социаль фондта йәки күп функциялы үҙәктәр аша универсаль пособиеға ғариза бирергә була.

Автор:
Читайте нас: