Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
27 Ноябрь 2022, 13:00

Эшләмәгәндәрҙең пенсиялары арта

Рәсәйҙә 1 ғинуарҙан пенсия 4,8 процентҡа арта.

Эшләмәгәндәрҙең пенсиялары арта
Эшләмәгәндәрҙең пенсиялары арта

Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Кобяков шул турала белдерҙе. Ул Федерация Советында сығыш яһаны. Быйыл июндә дәүләт башлығы ҡарары менән пенсия 10 процентҡа артты. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, түләү йылына ике тапҡыр индексациялана. Декабрҙә ҡайһы бер хаҡлы ялдағылар икеләтә пенсия ала, сөнки ғинуарҙа байрам көндәренә бәйле алдан түләү була.

Автор:
Читайте нас: