Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
9 Июль 2023, 15:00

Уҡытыу хаҡының 50 проценты ҡаплана

Башҡортостан Республикаһы Башлығы күп балалы ғаиләләргә балаларын колледжда уҡытыу хаҡының 50 проценты ҡаплау тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Был ярҙам тураһында нимәләр белергә кәрәк?

Уҡытыу хаҡының 50 проценты ҡаплана
Уҡытыу хаҡының 50 проценты ҡаплана

Иң мөһиме:

  1. Күп балалы ғаиләнең килеме мөһим түгел.
    2. Компенсацияның иң ҙур күләме уҡыу йылы өсөн 30 мең һумдан артмаясаҡ.
    3. Закон 2023-2024 уҡыу йылынан эшләй башлай (теләһә ниндәй курс студенттары өсөн).
    4. Компенсация тейешле уҡыу йылы өсөн тулыһынса түләгәндән һуң башҡарыласаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәт - Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында https://vk.cc/cpcBxq

 

Автор:
Читайте нас: