Өлкән йәштәге һәм инвалид кешене ғаиләгә алып ҡарау стационарҙы алыштырыусы технологияларҙы ҡулланып тәрбиәләүҙең альтернатив формаһы булып тора. Бындай ғаиләгә юридик хоҡуҡлы 65 йәштән өлкән йәштәге, даими тәрбиә талап ителеүсе инвалид 18+ граждандар алынырға мөмкин.
Юридик хоҡуҡлы өлкән йәштәге һәм инвалид гражданды ғаиләгә билдәләү мәсьәләһе буйынса социаль координаторҙар хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Адресы: Бәләбәй районы, Бәләбәй ҡалаһы, Волгоград урамы, 10-сы йорт. Белешмәләр һәм консультациялар өсөн телефон: 8 (34786) 5-00-26.
Эш ваҡыты: көн һайын 08.30 – 17.30, тәнәфес 13.00 – 13.45.
Ял көндәре: шәмбе, йәкшәмбе. Электрон почта адресы: [email protected]
«БИ» белешмәһе: Саралар планы «Демография» милли проектының «Өлкән быуын» өлкән йштәге граждандарға системалы ярҙам күрһәтеү программаһын» төҙөү һәм ғәмәлгә индереү программаһы федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.