Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
19 Июль 2023, 12:00

450 мең һум аҡса кемдәр алыр?

 Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр ипотека кредитын тулыһынса йәки өлөшләтә  ҡапларға мөмкин.

450 мең һум аҡса кемдәр алыр?
450 мең һум аҡса кемдәр алыр?

Федераль ярҙамға 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң өсөнсө йәки артабанғы балаһы тыуған ғаиләләр иҫәп тота ала, тип хәбәр итте республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

«Ил хөкүмәте программаны финанслауға өҫтәмә рәүештә 15 миллиард һум бүлде», — тип яҙҙы ул үҙенең телеграм-каналында.

Министр һүҙҙәренсә, ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул иткәндә өлкән балаларҙың йәше иҫәпкә алынмай. Ғаиләләр 450 мең һум аҡса алыу өсөн ғариза һәм документтар менән банкка мөрәжәғәт итергә йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы форманы тултырырға тейеш. Аҡсаны ҡулға бирмәйҙәр — сумманы ипотека биргән банкка күсерәләр (торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә, шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкаһы һатып алыуға кредит).

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:
Читайте нас: