Социаль яҡлау
22 Августа 2023, 11:00

Электричкаға билетты 50 процент ташлама менән һатып алырға мөмкин

1 сентябрҙән мәктәп уҡыусылары һәм көндөҙгө бүлектә уҡыған студенттар «Башҡортостан ҡала яны пассажир компанияһы»нан электричкаға билетты 50 процент ташлама менән һатып алырға мөмкин.

Добавить в предпочтительные источники Google
Электричкаға билетты 50 процент ташлама менән һатып алырға мөмкинЭлектричкаға билетты 50 процент ташлама менән һатып алырға мөмкин
Электричкаға билетты 50 процент ташлама менән һатып алырға мөмкин

Льгота бары тик Башҡортостан биләмәһендә ғәмәлдә буласаҡ, тип хәбәр итә Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Льготалы билетты һатып алыу өсөн уҡыусыларға – мәктәптән белешмә, ә студенттарға студент билетын күрһәтергә кәрәк буласаҡ.

Белешмәлә (студент билетында) мотлаҡ рәүештә исем-фамилия, мәғариф учреждениеһының реквизиттары һәм юридик адресы күрһәтелгән булырға, мисәт һәм етәксенең ҡултамғаһы менән таныҡланған булырға тейеш.

 

Автор:
Читайте нас