Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
22 Ғинуар , 13:00

Газ ҡорамалы өсөн артыҡ түләткәндәр...

ФАС Башҡортостанда «Газпром»ға газ ҡорамалдарын хеҙмәтләндергән өсөн тарифтарҙы кәметергә ҡушты.  Шулай уҡ 2024 йылда күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн компанияға артыҡ алған хаҡты халыҡҡа ҡайтарырға ҡушты.

Газ ҡорамалы өсөн артыҡ түләткәндәр...
Газ ҡорамалы өсөн артыҡ түләткәндәр...

«Газпром газораспределение Уфа» компанияһы  баҙарҙағы монополь хәлен саманан тыш ҡулланыуҙа ғәйепләнә. 2024 йылда предприятие йорт һәм фатир эсендәге газ ҡорамалдарын хеҙмәтләндергән өсөн хаҡты ҡырҡа арттырған.

Шулай, дүрт комфоркалы газ плитәһен хеҙмәтләндергән өсөн 2022 йылда  «Газпром газораспределение Уфа» фатир хужаларынан 387,41 һум, 2023 йылда, тарифты 28,5% арттырып, 497,76 һум алған, ә инде  2024 йылда хаҡтар тағы  67% күтәрелгән һәм 831,72 һум түләткәндәр. Башҡа төр ҡорамалды хеҙмәтләндереүгә ла тарифтар бермә-бер арттырылған.

Ведомство тарифтарҙы күтәреүҙе «монополь файҙа алыу маҡсатында хәл менән саманан тыш файҙаланыу» тип тапҡан.

Компанияға 2025 йылдың 1 февраленә тиклем яңы тарифтарҙы иҫәпләп раҫларға һәм 2024 йылда күрһәткән хеҙмәттәренең хаҡын ҡайтанан иҫәпләргә ҡушылды.

Сығанаҡ: РБК Уфа

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: