Документҡа ярашлы, 2025 йылдың 1 февраленән өҫтәмә рәүештә 40-тан ашыу социаль пособие, компенсация һәм түләүҙәр арта. Атап әйткәндә, инвалид балаларҙы һәм бала саҡтан беренсе төркөм инвалидтарын ҡарау буйынса түләүҙәр, әсәлек капиталы, Советтар Союзы Геройҙарына һәм Рәсәй Геройҙарына, радиациянан зыян күргән хәрби хәрәкәттәр ветерандарына һәм инвалид граждандарға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр. Шулай уҡ страховка пенсияһына билдәләнгән түләүҙәр һәм бер пенсия коэффициенты хаҡы арттырыла. Февралдә пенсионерҙарға февраль өсөн арттырылған пенсия һәм ғинуар өсөн өҫтәмә аҡса түләнә. Был иһә йәмғеһе 39,3 миллионға яҡын кешенең страховка пенсияһын күтәрергә мөмкинлек бирә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың 1 ғинуарынан страховка пенсияһы 2024 йылдағы инфляция кимәленә ярашлы 7,3% артты. Ғинуар урталарында Росстат 2024 йылда инфляцияның фактик кимәле тураһында мәғлүмәттәр бирҙе. Шунан һуң страховка пенсияларын инфляцияның фактик кимәленә тиклем индексациялау тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Башҡортостанда 2025 йылдың 1 ғинуарынан йән башына йәшәү минимумы 15 782 һум тәшкил итте. Был уҙған йылға ҡарағанда 2029 һумға йәки 14,7% күберәк.