Социаль яҡлау
29 Января 2025, 09:00

Рәсәйҙә февралдән балаларға пособие арта

Ғаиләләр һәм ауырлы ҡатындар февралдән арттырылған берҙәм пособие ала башлай, тип иҫкә төшөрҙөләр Соцфондта.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәйҙә февралдән балаларға пособие артаРәсәйҙә февралдән балаларға пособие арта
Рәсәйҙә февралдән балаларға пособие арта

Ғинуар өсөн пособие «Мир» карталарына 3 февралдә күсә. Рәсәй почтаһы курьерҙары 3 февралдән 25-енә тиклем тарата.

2025 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә йәшәү минимумы дәүмәле 15% арттырылды. Берҙәм пособие күләме лә шуға бәйле — 50%, 75% йәки 100%.

Индексациянан һуң пособие, төбәккә ҡарап, уртаса 1 меңдән 2 мең һумға тиклем артты.

Бынан алда СФ берҙәм пособиены иҫәпләү схемаһын аңлатҡайны. Дөйөм алғанда, социаль түләүҙәр инфляция кимәлендә арттырыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-28/v-rossii-s-fevralya-uvelichivaetsya-posobie-na-detey-4100266

 

Автор:
Читайте нас