+10 °С
Болотло
БР Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылдың 11 мартында тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Документта өҫтәмә социаль яҡлау сараһы менән тәьмин итеү һәм уны финанслау сығанаҡтарын республика хөкүмәте раҫлаясаҡ, тиелә. Курортҡа ебәреләсәк педагогтарҙың исемлеген һәм ғаризаларҙы ҡалалар һәм райондар хакимиәттәре төҙөй. Педагогтарҙы шифахана-курорттарҙа дауаланыу менән тәьмин итеүгә республиканың Мәғариф министрлығы яуаплы.
Уҡытыусылар өсөн бындай программа эшләтеү тәҡдиме менән Радий Хәбиров 2024 йылдың авгусында республика кәңәшмәһендә сығыш яһағайны.
Светлана Шириня әҙерләне