Социаль яҡлау
1 Октября , 10:00

Башҡортостанда 90-дан 100 йәшкә тиклемге 18 меңдән ашыу кеше йәшәй

Бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән 300-ҙән ашыу пенсионер араһында иң олоһона 108 йәш тулған. Был хаҡта Социаль фондтың БР буйынса бүлексәһенән хәбәр иттеләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда 90-дан 100 йәшкә тиклемге 18 меңдән ашыу кеше йәшәйБашҡортостанда 90-дан 100 йәшкә тиклемге 18 меңдән ашыу кеше йәшәй
Башҡортостанда 90-дан 100 йәшкә тиклемге 18 меңдән ашыу кеше йәшәй

Бөгөнгө көндә Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе 1 миллион 123 меңдән ашыу пенсионерҙы хеҙмәтләндерә. Ағымдағы йылда пенсия түләүгә 240 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән (ай һайын 27 миллиард һумдан ашыу).

80-90 йәштәге пенсия алыусылар – 88 меңдән ашыу кеше. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 80 йәштән өлкәндәргә тәрбиәгә өҫтәмә түләү билдәләнә. Быйыл сумма 1413,86 һум тәшкил итә, ул пенсия менән бергә түләнә. Әгәр кеше ике төр пенсияға (страховка һәм дәүләт) хоҡуҡлы икән, өҫтәмә түләү страховка пенсияһына билдәләнә.

80 йәшкә еткәс пенсияны арттырыу оло йәштәге граждандарға ярҙам итеүҙең мөһим сараһы булып тора. Ағымдағы йылда 9 584,69 һум күләмендә билдәләнгән ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһына билдәләнгән түләү ошо йәшкә еткәс ике тапҡырға арта һәм 19 168,38 һум тәшкил итә. Бындай күтәреү, СФР бүлексәһенең клиент хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итмәйенсә, автоматик рәүештә эшләнә.

Пенсиялар менән бер рәттән Социаль фонд оло йәштәге граждандарға социаль түләүҙәр рәүешендә дәүләт ярҙамы саралары күрһәтә. Уларҙы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм ҡатнашыусылары, инвалидтар, һуғыш һәм хеҙмәт геройҙары, уларҙың ғаиләләре ала.

Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе компетенцияһына ингән мәсьәләләр буйынса консультацияларҙы берҙәм бәйләнеш үҙәге телефоны буйынса алырға мөмкин: 8-800-100-00-01 (шылтыратыу бушлай), эш графигы: дүшәмбе – кесе йома 09.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, йомала 09.00 сәғәттән 16.45 сәғәткә тиклем.

Автор:Светлана Шириня
Читайте нас