Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда Социалистик Хеҙмәт Геройы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәсәй һәм башҡорт әҙәбиәте классигы, яҙыусы, драматург һәм публицист Мостай Кәримдең 100 йыллығы уҙасаҡ, оло юбилейҙы байрам итеү тураһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов Указға ҡул ҡуйғайны. Ошо көндәрҙә лә күренекле әҙиптең иҫтәлегенә арналған күп саралар үтә.
Атап әйткәндә, Башҡорт дәүләт университеты бинаһында иҫтәлекле таҡтаташ, шулай уҡ әлеге юғары уҡыу йортонда “Мостай Кәрим исемендәге ижади оҫтахана” – Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү үҙәге асыла. М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында әҙиптең “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәре буйынса спектакль ҡуйыла.Сараларҙа шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова, халыҡ артистары Иосиф Кобзон, Гөлли Мөбәрәкова, Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар һ.б. ҡатнаша. Республиканың белем биреү ойошмаларында, шул иҫәптән Бәләбәй ҡалаһы һәм районы мәктәптәрендә әҙәби кисәләр, китаптар күргәҙмәләре ойошторола, стена гәзиттәре сығарыла, уҡыусылар илһамланып шағирҙың яратҡан әҫәрҙәрен уҡый.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, «Аэрофлот» авиакомпанияһының бер лайнерына Мостай Кәримдең исеме бирелгән.