Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
16 Ғинуар 2018, 12:45

Ашығыс рәүештә йәш авторҙар талап ителә!

БР Яҙыусылар берләшмәһе “Башҡортостандың әҙәби мәктәбе” проектын тормошҡа ашыра

Ғинуар башында республика Яҙыусылар союзының башҡорт яҙыусыларының йәш алмашын үҫтереүгә йүнәлтелгән проекты – Башҡортостандың әҙәби мәктәбе – старт алды. Ул Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына ғәмәлгә ашырыла.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев фаразлауынса, проектҡа бөтөн республиканан, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡорттар йәшәгән башҡа төбәктәрендә йәшәгән йәш авторҙарҙан меңгә яҡын эш ҡабул ителәсәк.
– Беҙ йәштәрҙе әүҙемләштерергә теләйбеҙ. Әгәр талантлы яҙыусыларҙы тапһаҡ, уларға һәр төрлө ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. “Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, проектта 14-тән 25 йәшкәсә, төрлө жанрҙарҙа яҙыусы (шиғырҙар, хикәйәләр, повестар) йәш авторҙар ҡатнаша ала. Ҡатнашыу өсөн “Литература Башкортостана” төркөмөндә бирелгән заявканы тултырырға һәм электрон адресҡа ебәрергә кәрәк (litshkoia@mail.ru). Авторҙарҙың башҡорт, рус һәм татар телдәрендәге ҡулъяҙмаларына остаздар – республиканың билдәле яҙыусылары һәм шағирҙары баһа бирәсәк. Ҡатнашыусылар төбәктең әҙәби баҫмалары биттәрендә һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының рәсми төркөмөндә сығыш яһаясаҡ, оҫталыҡ кластарында, семинарҙарҙа, вебинарҙар, видеоконференцияларҙа ҡатнашасаҡ. Остаздар уларға ижад серҙәрен өйрәтәсәк. Проекттың 30 финалсыһы – иң талантлы йәш авторҙар – Өфөгә бүләкләү өсөн саҡырыласаҡ.
Проекттың рәсми эмблемаһы ла раҫланған. Эмблеманың авторы – кинорежиссер һәм фоторәссам Фәрзәнә Үтәрбаева.
“Әҙәби мәктәп” финалсылары әҫәрҙәрен туплап йыйынтыҡ сығарыу фаразлана. Иң яҡшы ҡулъяҙмалар авторҙарына З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә китап сығарыу мөмкинлеге биреләсәк.
Читайте нас