Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Ғинуар 2018, 13:00

Һүҙгә һәм тыуған яҡҡа тоғролоҡ өсөн

Рәсәй матбуғаты көнө алдынан “Бәләбәй хәбәрҙәре” редколлегияһы 2017 йыл өсөн әҙәби премиялар лауреаттарын билдәләне

Был юлы һүҙгә һәм тыуған ергә тоғролоҡ өсөн йәмәғәт хәбәрселәре Ҡәҙриә Ғилманова менән Лена Юлаева билдәләнделәр.
Ҡәҙриә Ғилманова күп йылдар “БХ” менәни хеҙмәттәшлек итте, икенсе йыл редакцияла корректор булып эшләй. Уның рус теле үҙенсәлектәре һәм кешеләр тураһында һүрәтләмәләрен уҡыусылар яратып ҡабул итә. Былтыр ул хикәйә лә яҙып, ижади көсөн һынап ҡараны. “Әһлиә” – ҡатмарлы яҙмышлы ауыл ҡатыны – күптәребеҙҙең әсәйҙәре һәм өләсәйҙәренең йыйылма образы күңелгә тәрән уйылды. Ҡәҙриә Камил ҡыҙына Т.А. Максимова исемендәге премия бирелде.
Лена Юлаева – Туҙлыҡуш ауылы китапханасыһы – күп тәрбиәүи саралар һәм байрамдар ойоштороусы, шулай уҡ газетабыҙҙың йәмәғәт хәбәрсеһе. Уға ҡәҙерле туҙлыҡуштар, тыуған яғы һәм туған теле бик яҡын, шуға ла ул ауылында булған хәл-ваҡиғаларҙы газета уҡыусылары менән уртаҡлаша. Лена Бин ҡыҙы Р.М. Усманов, әйткәндәй, Туҙлыҡуш ауылында тыуып-үҫкән, исемендәге әҙәби премияға лайыҡ булды.
Лауреаттарҙы ихлас ҡотлайбыҙ!
Читайте нас