Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
6 Февраль 2018, 13:30

Ветеран өсөн изге эш

“Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы” урындағы бүлексәһе активистары Байраҡ ауылында йәшәүсе тыл ветераны Әнисә Фәрүәзетдин ҡыҙы Ависоваға ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтә. Егеттәр оло йәштәге инәйгә йорт тирәһендә ҡарҙы көрәргә, өйҙө тәртипкә килтерергә ярҙам иткән, янғын сигнализацияһы ҡуйған. Лариса Брянцева Әнисә Фәрүәзетдин ҡыҙы егеттәрҙең хужалыҡта ярҙам итеүенә, уның менән аралашыуына шатланыуын йәшермәй. “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы” урындағы бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Елена Сираева: “Аҙ булһа ла ярҙам итә алыуыбыҙ һәйбәт. Беҙгә ҡар таҙартыуҙың бер ҡыйынлығы ла юҡ, ә ветерандарға физик эш эшләүе ауыр”, – ти. БХ белешмәһеСара “Йәштәр – ҡарттарға, ҡарттар – йәштәргә” волонтерлыҡ хәрәкәтен үҫтереүҙе күҙҙә тотҡан “Өлкән быуын” партия проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы уҙҙы, уның маҡсаты – йәмғиәттә өлкән быуын кешеләренә ҡарата ыңғай ҡараш һәм ихтирам булдырыу.

Читайте нас