Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
21 Февраль 2018, 11:56

Юлды һайланылар

Юл аҙабы – гүр ғазабы, ти халыҡ. Ысынлап та, ул насар икән, әллә ҡайҙа китеп булмай!

Юл аҙабы – гүр ғазабы, ти халыҡ. Ысынлап та, ул насар икән, әллә ҡайҙа китеп булмай!
Бай тарихлы Исмәғил ауылы матур тәбиғәт ҡосағында: тау итәгендә, инештәр ҡушылған ерҙә урынлашгҡан. Һыуы тәмле, ере уңдырышлы, унан ҡалаға яҡын булыуы менән дә ул төпләнергә теләүселәрҙе үҙенә йәлеп итә. Ләкин...
Юлдар, юлдар: йәйен соҡор, ҡышын ҡар...
Бына шул юл мәсьәләһен хәл итеп булмаҫмы тип, исмәғилдәр ҙур йыйын үткәрҙе. Уға тиклем ауыл хакимиәте вәкилдәре, депутат Эльмира Айтнембетова һәм староста Рима Шәмсетдинова аңлатыу эше алып барҙы, анкеталар таратып, халыҡтың фекерен белде. Кемдер ауыл клубын яңыртырға кәрәк тип уйлаһа, икенсе берәү сүп контейнерҙары урынлаштырыуҙы кәрәк тапҡан. Әммә күпселекте ауылға ингәс Колхоз урамы буйлап һуҙылған юл торошо борсой, ул йөрөмәҫлек хәлгә килгән.
– Урамдарҙы төҙөкләндереү менән беренсе йыл ғына шөғөлләнмәйбеҙ, – тине йыйында Туҙлыҡуш ауыл биләмәһе башлығы Ләлә Харисова. – 2012 һәм 2017 йылдарҙа республика бюджетынан бүленгән аҡсаға ике күперҙе йүнәттек, 2016 йылда Йылға арты урамын төҙөкләндерҙек, урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһен хәл иттек, халыҡ көсө менән тимерҙән зыярат ҡоймаһы ҡойолдо.
Ә Туҙлыҡуш һәм Ирек ауылдарында, урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ярашлы, 1618/ метр оҙонлоҡта һыу үткәргес яңыртылды.
Исмәғилдәргә лә был программаға ҡушылырға кәрәк, тине ул баҫым яһап.
Битараф булмаған 77 кеше Колхоз урамындағы машина юлын яҡшыртырға кәрәк, тигән тәҡдим өсөн тауыш бирҙе. Теркәлгән һәм дачаһы булған һәр кемдән меңәр һумдан аҡса йыйырға килештеләр. Проекттың хаҡы 800 мең һум, шуның 90 мең һумы халыҡтан йыйылһа, шул тиклемен үк Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте өҫтәйәсәк. Исмәғилдәр бағыусылар ярҙамына ла өмөтләнә. Район советы депутаты Урал Нәбиуллин да ауыл халҡы башланғысын яҡларға вәғәҙә итте.
Биш кешенән торған башлап йөрөү төркөмө рәйесе итеп Эльмира Айтнембетова һайланды.
Исмәғил халҡы – берҙәм, ярҙамсыл, тыуған нигеҙенә тоғро. Ниәттәре тормошҡа ашыр, тип ышанабыҙ.
Лена Юлаева, йәмәғәт хәбәрсеһе
Читайте нас