Игеҙәк улдарын тәрбиәләргә, иң шаян, тиктормаҫ класты “йүгәнләргә”, Голландия ғаиләһе менән Бәләбәйҙә танышып, уларҙың саҡырыуы буйынса Нидерландтарға ике бала менән ҡунаҡҡа барырға... Айгөл Лабуткина тормошонда бөтөн ҡаршылыҡтарҙы еңел еңә кеүек.
Айгөл Лабуткина, “БелЗАН” йәмғиәте генераль дирекцияһының идаралыҡ аппараты тәржемәсеһе, мәғариф тармағында ун ете йыл эшләгәндән һуң производствоға килә, һәм был уның өсөн ҡыйыу аҙым була. Ул, заводта тәржемәсе вазифаһы барлыҡҡа килгәс, тел тәжрибәһе ярайһы тупланған булһа ла, әңгәмәләшеүгә килергә ныҡ ҡурҡыуы тураһында һөйләй. Тик ул ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалғандарҙан түгел.
Яңы бурыстары менән танышырға ваҡыты булмай – ике аҙнанан “АвтоВАЗ-Рено-Ниссан” альянс сифаты буйынса директорҙың килеүе көтөлә. Тиҙ арала яңы тәржемәсегә һәр цехтың эше менән танышырға, технологик процесс нескәлектәренә төшөнөргә тура килә.
– Беҙҙең бүлек белгестәре техник документацияны тәржемә итә, сит ил фирмалары менән яҙыша, делегацияларҙы завод территорияһында, предприятие етәкселеген сит илдәрҙә уҙған күргәҙмәләрҙә, форумдарҙа оҙатып йөрөй, – тип һөйләй Айгөл Шамил ҡыҙы. – Техник тәржемә өсөн тел белеү генә етмәй, производство циклын, беҙҙең осраҡта, цехҡа килгән сымдан алып әҙер продукция сыҡҡанға тиклем, барыһын белергә кәрәк.
Коллегаларының ярҙамы ҙур була. Регина Ғарифуллина техник терминдар “донъяһын” үҙләштерергә ярҙам итә, ә Елена Төхбәтуллина – уңышҡа ынтылырға, үҙ көсөңә ышанырға.
Алсаҡлығы, ихалслығы, һәр яңылыҡты ҡабул итегә әҙерлеге – яҡшы тәржемәсе өсөн кәрәк сифаттар. Ғаиләһенең аңлап ҡарауы ла мөһим, был йәһәттән Айгөл Лабуткинаның барыһы ла тәртиптә. Өс ир-уҙаманы – ире Алексей һәм улдары Роман менән Родион, ата-әсәһе – ныҡлы таянысы.