Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
18 Март 2018, 16:58

Яҡшыға өмөтләнәбеҙ

Фәүзиә Иманғолова:– Һайлауға бармай ҡалғаным булманы. Элек ауылда йәшәнем, ғүмерем буйы һауынсы булып эшләнем. Ауылда һайлау байрам кеүек үтә торғайны. Ҡартайған көнөмдә ҡалаға балаларым янына күстем. 1 ғинуарҙа, аллаға шөкөр, 81 йәшем тулды. Яҡшыға өмөтләнәбеҙ. Ил-көн тыныс булһын, ил башлыҡтары дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итһен. Һуғыш ҡына булмаһын.

Фәүзиә Иманғолова:
– Һайлауға бармай ҡалғаным булманы. Элек ауылда йәшәнем, ғүмерем буйы һауынсы булып эшләнем. Ауылда һайлау байрам кеүек үтә торғайны. Ҡартайған көнөмдә ҡалаға балаларым янына күстем. 1 ғинуарҙа, аллаға шөкөр, 81 йәшем тулды. Яҡшыға өмөтләнәбеҙ. Ил-көн тыныс булһын, ил башлыҡтары дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итһен. Һуғыш ҡына булмаһын.
Ангелина Михайловна, 26 йәш (фамилияһын атаманы):
– Ғаиләм менән Туймазы ҡалаһында йәшәйбеҙ, ә бында пропискам буйынса һайларға килдем. Бөгөн беренсе тапҡыр һайланым. Күрәһең, өлгөрөп еттем. Күптән түгел беренсе сабыйыбыҙ донъяға ауаз һалды. Әлбиттә, уның киләсәге яҡты булыуын теләйем. Ә бит лайыҡлы киләсәккә бөгөн беҙ үҙебеҙ нигеҙ һалабыҙ.
Аркадий Ҡоҙаяров, Бәләбәй гуманитар-техник колледжы студенты, 18 йәш:
– Һайлауҙа беренсе тапҡыр ҡатнашам. Иң элек, был мөһим сараның нисек үтеүен үҙ күҙҙәрем менән күрергә теләнем. Әлеге участкала тауыш биреү өсөн яуаплы кешеләрҙең иғтибары минең өсөн һис көтөлмәгәнсә күңелле булды. Мин тауыш биргәс тә, ҡул сабып ҡотлап, бүләк тапшырҙылар. Минеңсә, һайлауға йәштәрҙең килеүе айырыуса мөһим. Беҙгә ошо илдә йәшәргә һәм эшләргә, һәм уның киләсәге ниндәй буласағы беҙгә бәйле.
Зинаида һәм Виталий Потаповтар, пенсионерҙар:
– Һайлауға ғүмер буйы йөрөнөк. Ә башҡаса нисек? Ил башлығын һайлау – иң мөһим ваҡиға һәм беҙҙең гражданлыҡ бурысыбыҙ. Беҙ илдәге тотороҡлоҡ яҡлы. Балаларыбыҙҙың, ейәндәребеҙҙең киләсәге бәхетле булһын.
Раиса Егорова, хаҡлы ялда:
– Рәсәйҙең киләсәге яҡты, ышаныслы булырына өмөт итеп тауыш бирҙек. Балалар, ейәндәр сәскә атҡан илдә йәшәһен, уның менән ғорурланһын. Иң мөһиме – беҙҙә генә түгел, бөтә ерҙә именлек, тыныслыҡ булһын.
Читайте нас