Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Март 2018, 13:59

105 йәшлек әүҙем һайлаусы

Бәләбәй ҡалаһының оҙон ғүмерле инәйҙәренең береһе – Нина Федоровна Коноплянникова барлыҡ һайлау кампанияларында әүҙем ҡатнаша. Дөрөҫ, олпат йәштә булғанлыҡтан – уға 105 йәш – һуңғы йылдарҙа өйөндә тауыш бирә.

Любовь Иванова
Оҙон ғүмерле инәйгә хөрмәт йөҙөнән, 1185-се һайлау участкаһы ағзалары, Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһе Советы депутаты Сергей Караберов һәм “Бәләбәй хәбәрҙәре” газетаһы хеҙмәткәрҙәре ветеранға тәмлекәстәр һәм сәскәләр менән барҙы. Беҙҙе уның улы Владимир оҙатып йөрөнө.
Нина Федоровнаның бындай иғтибарға бик тә күңеле булды. Уға ғаризаны тултырырға һайлау комиссияһы ағзаһы Лилиә Билалова ярҙам итте, ә һайлау бюллетененә Нина Федоровна ил яҙмышын ышандырған кандидаттың фамилияһын табып, билдәне үҙаллы ҡуйҙы.
“БХ” хәбәрсеһенең: “Тормошоғоҙҙа иң бәхетле мәлегеҙ ҡайһыһы булды?” – тигән һорауына, ике лә уйлап тормай: “Эшләгән ваҡытым”, – тип яуапланы.
Нина Федоровна Коноплянникованың йәшәү дәртенә, сәменә һоҡланырлыҡ. Уның хеҙмәт стажы 50 йылдан ашыу. Дәһшәтле һуғыш йылдарында Бәләбәй районының баш агрономы булып эшләгән, уңыш һәм фронтты, тылды икмәк, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү уның тырышлығына, белеменә, һөнәрилегенә бәйле булған.
Бәләбәйҙең оҙон ғүмерле ағинәйе йәштәргә фатихаһын, өгөт-нәсихәттәрен бирҙе: “Намыҫ менән фиҙакәр эшләгеҙ һәм ҡарттарҙы ихтирам итегеҙ!”
Журналистың һоҡланғыс уңышы, форсаты бына шундай – оҙон ғүмеренә илебеҙҙең ҙур бер тарихын үҙ эсенә һыйҙырған Рәсәй илһөйәре менән әңгәмәләшеү бәхете тейеүе.
Дмитрий Голиус фотоһы
Читайте нас