18 мартта Бәләбәй ҡалаһы һәм Приют ҡасаба советы ҡала биләмәләрендә, “2018-2022 йылдарҙа заманса ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы, быйыл тәү сиратта төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт территориялары проекттары буйынса рейтингылы тауыш биреү уҙҙы.
Муниципаль район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү һәм тәбиғәтте һаҡлау бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 2018 йылда төҙөкләндереү өсөн рейтингылы тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса түбәндәге объекттар билдәләнгән.
Бәләбәй ҡалаһында – ул “Ҡала быуаһы”, “Үҙәк мәҙәниәт һарайы” учреждениеһы артындағы территория, Сәләмәтлек һуҡмағы, Коммунистик урамында йәйәүлеләр зонаһы.
Приют ҡасабаһында – Тыныслыҡ бульварында йәйәүлеләр зонаһы, Комсомол урамында йәйәүлеләр зонаһы, Пролетар урамында йәйәүлеләр зонаһы.
Дизайн-проекттар менән ҡала биләмәләре сайттарында махсус “Ҡала мөхите” (“Городская среда”) бүлегендә танышырға мөмкин.