Бәләбәй районында Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк ҡатнашлығында граждандарҙы күсмә ҡабул итеү уҙҙы.
Районда йәшәүселәр, шулай уҡ ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар – “Тере шишмә” һәм “Бәләбәй һыу каналы” йәмғиәттәре етәкселәре уға биргән һорауҙар дөйөм йорт ихтыяждары өсөн түләүҙәргә һәм һыу менән тәьмин итеүгә ҡуйылған тарифтарға ҡағылды.
БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе дөйөм йорт ихтыяждарына иҫәпләнгән түләүҙәрҙең нигеҙле булыуын ентекләп аңлатты, шулай уҡ республиканың башҡа райондарында һөҙөмтәлерәк бындай практиктарҙың сағыштырмаса анализы бирелде.
“Тере шишмә” һәм “Бәләбәй һыу каналы” йәмғиәттәре етәкселәре Светлана Николаевна менән бергә Бәләбәй районында һыуға иҡтисади нигеҙләнгән тарифты һәм ойошмаларҙың производство үҫеше планын тикшерҙеләр. БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе һыу менән тәьмин итеү өлкәһендә тарифтар ҡануниәтен үтәү мәсьәләләре буйынса халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыу кәрәклеген билдәләне.