Уҡыусыларҙың ижади бәйгеһе бына бер нисә йыл уҙғарыла һәм ҙур популярлыҡ яулай. Быйыл да фестивалдә республиканың ҡала һәм муниципаль райондарынан 16 коллектив ҡатнашҡан. Беҙҙең район намыҫын “Һыу юлы” сәхнә күренеше менән Башҡорт гимназия-интернатының “Дарман” фольклор төркөмө яҡланы, һәм һынатманы – “дармандар” II дәрәжә дипломант! Шулай уҡ 6 Б класы уҡыусыһы Вадим Григорьев, олатай ролен бик оҫта башҡарып, “Сәхнә өмөтө” номинацияһында билдәләнгән. Ә 7-се класс уҡыусыһы Динара Вәлиәхмәтова иһә “Лидер-башлап йөрөүсе” номинацияһында еңеү яулаған. Ул флешмобҡа хатта жюри ағзаларын йәлеп итә алған. Төркөмдө конкурсҡа яҡшы әҙерләгәндәре өсөн уның етәкселәре – директорҙың тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары Нәзирә Фәрхетдиноваға, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Зөлиә Исламова менән Айгөл Борисоваға БР Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаттары тапшырылған. Афарин!