“2018-2022 йылдарҙа БР Бәләбәй муниципаль районы Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһендә заманса ҡала мөхите булдырыу” муниципаль программаһы тормошҡа ашырыла.
Ҡала биләмәһе хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл түбәндәге күп фатирлы йорттарҙың ихата территорияларын төҙөкләндереү ниәтләнә: Революционерҙар урамы, 2 һәм 6; В.И. Ленин исемендәге урам, 17; Интернациональ, 130 һәм 132; Революционерҙар, 10 һәм 16; М.Ғ. Әмиров урамы, 8-8/1 һәм 10. Әле был объекттар буйынса проект-смета документацияһы эшләнгән һәм смета хаҡының дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн “Башҡортостан Республикаһы дәүләт экспертизаһы идаралығы”на ебәрелгән.
Шулай уҡ быйыл 18 мартта рейтингылы тауыш биреү барышында билдәләнгән йәмәғәт территорияларын төҙөкләндереү проекттары эшләнә. Бөгөнгә Ҡала быуаһында памп-трек, Сәләмәтлек һуҡмағында спорт ҡоролмалары ҡуйыу, Коммунистик урамында йәйәүлеләр зонаһын ремонтлау проекттары әҙер. Федераль һәм республика субсидиялары килеү менән эштәрҙе башҡарыуға тейешле тендерҙар иғлан ителәсәк.
Үҙәк Мәҙәниәт һарайы артындағы территорияны төҙөкләндереү буйынса проект эшләнеп бөтөп килә, уға ярашлы, был урынды йәшелләндереү, парк фонарҙары ҡуйыу ниәтләнә.