Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
17 Апрель 2018, 14:09

«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Парижда сығыш яһаясаҡ!

Ансамблдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Мираҫ» 30 июндән 15 июлгә тиклем Франция буйлап фестиваль турына юллана.Фестивалдә ҡатнашыусылар араһында Нигерия, Чили, Аргентина, Никарагуа, Франция, Эстония, Сәғүд Ғәрәбстаны илдәренән бөтәһе һигеҙ көслө коллектив бар. CIOFF Президенты Филипп Боссан Рәсәйҙән «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамблен генә саҡырған.

Ансамблдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Мираҫ» 30 июндән 15 июлгә тиклем Франция буйлап фестиваль турына юллана.
Фестивалдә ҡатнашыусылар араһында Нигерия, Чили, Аргентина, Никарагуа, Франция, Эстония, Сәғүд Ғәрәбстаны илдәренән бөтәһе һигеҙ көслө коллектив бар. CIOFF Президенты Филипп Боссан Рәсәйҙән «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамблен генә саҡырған.
«Мираҫ» ансамбле — донъяла киң билдәле ансамблдәрҙең береһе, шулай уҡ Рәсәйҙә юғары башҡарыу оҫталығына эйә булған иң яҡшы коллективтарҙың береһе. 2018 йыл Башҡортостан Республикаһы менән CIOFF араһында емешле хеҙмәттәшлек йылы булып тора, сентябрҙә иһә Өфөлә Бөтә донъя CIOFF конгресы уҙа», — тигән Филипп Боссан.
Коллективтың репертуары бай, бейеү, хор, йыр төркөмө, халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, солист-интструменталистар, атап әйткәндә, ҡурайсылар бар. Ансамблдең ижади составы CIOFF сараларының төп шартын — музыканы фонограммаһыҙ, йәғни «тере» тауышҡа башҡарырға мөмкинлек бирә.
Читайте нас