Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
17 Апрель 2018, 14:10

Әсәйемдең мөләйем ҡарашы

Приют ҡасабаһынан алтынсы класс уҡыусыһы Ынйы Ғәбдрәхимова “Яҡын кешеләр” халыҡ-ара фотоконкурсында еңеү яуланы.Ынйыны мәктәптә үҫкән бала, тип әйтергә мөмкин. Әлбиттә, ул балалар баҡсаһына йөрөгән, ихатала әхирәттәре менән уйнаған, каникулдарын ауылда туғандарында күңелле үткәргән. Әммә уның өсөн Приют ҡасабаһының 7-се мәктәбе беренсе ҡыңғырау шылтырағансы уҡ икенсе тыуған йортона әүерелгән.

Приют ҡасабаһынан алтынсы класс уҡыусыһы Ынйы Ғәбдрәхимова “Яҡын кешеләр” халыҡ-ара фотоконкурсында еңеү яуланы.
Ынйыны мәктәптә үҫкән бала, тип әйтергә мөмкин. Әлбиттә, ул балалар баҡсаһына йөрөгән, ихатала әхирәттәре менән уйнаған, каникулдарын ауылда туғандарында күңелле үткәргән. Әммә уның өсөн Приют ҡасабаһының 7-се мәктәбе беренсе ҡыңғырау шылтырағансы уҡ икенсе тыуған йортона әүерелгән.
Ҡыҙҙың әсәһе – Сәлимә Закирова – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Ынйы өсөн ул һөйөклө әсәй генә түгел, уның ижади проекттарының иң талапсан һәм етди етәксеһе лә. Ҡыҙының һүрәт төшөрөргә әүәҫлеген күреп алып, Сәлимә Хәйҙәр ҡыҙы уның төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашыуын хуплай.
Был юлы, “Яҡын кешеләр”конкурсында ҡатнашыуға саҡырыу алғас, Ынйы унда әсәһенең уҡыусылары менән төшкән фотоһын ебәрергә була.
Конкурста еңеүҙәре тураһында хәбәргә бөтөн ғаиләләре менән шатланалар!
Сәлимә Хәйҙәр ҡыҙы Ынйы менән Илназда башҡорт мәҙәниәтенә, башҡорт теленә ҡарата ихтирам тәрбиәләй. Улар өйҙәрендә туған башҡорт телендә иркен һөйләшә.
Гөлнара Мурзина
Читайте нас