Еңеү көнө алдынан илдә волонтерҙар фронтта һәм тылда Бөйөк Еңеүҙе сүкегән кешеләргә ихтирам һәм рәхмәт символына әүерелгән Георгий таҫмаларын тарата башланы.
Бәләбәйҙәр беренсе таҫмаларҙы быйыл “Тиҫтер” йәштәр сәйәсәте учреждениеһы эргәһендә алды. “Бөркөт” хәрби-патриотик клубының “Йәш армия” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик ижтимағи хәрәкәте активистары, таҫмаларҙы тапшырғанда, уларҙың тарихи әһәмиәте һәм нисек дөрөҫ файҙаланырға кәрәклеге тураһында һөйләне.
– Акция 9 майға тиклем дауам итәсәк, – тип хәбәр иттеләр “Тиҫтер” йәштәр сәйәсәте учреждениеһынан.