Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
11 Май 2018, 12:13

Баш эйәбеҙ бөйөк ул йылдарға...

Бәләбәйҙә Бөйөк Еңеү көнөн киң ҡоласлы, тантаналы һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп билдәләнеләр

Иртәнән үк ҡала урамдарында халыҡ диңгеҙе ҡайнаны. Ҡояшлы, йылы көн илебеҙҙең төп байрамы – Еңеү көнөнә арналған тантаналы сараларға айырым бер кәйеф өҫтәне. “Ватанды һаҡлаусыларға” Еңеү мемориалы майҙанына төрлө йәштәге вәкилдәр йыйылды, күптәр бында ғаиләләре, балалары һәм ейәндәре менән килде.
Римма Солтанова
Тантана веноктар һалыуҙан башланды. БР Бәләбәй муниципаль район Советы, муниципаль район хакимиәте, Бәләбәй ҡала биләмәһе хакимиәте, район ветерандар советы, барлыҡ йәшәүселәр исеменән сәскә кәрзиндәре менән процессия “Яугир-еңеүсегә” һәйкәленә, Советтар Союзы Геройҙары һәм Дан орденының тулы кавалерҙары һындарына йүнәлде. Шулай уҡ Мәңгелек ут алдына һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған бәләбәйҙәр исемлеге теркәлгән Хәтер стенаһына, локаль һуғыштарҙа һәм ҡораллы низағтарҙа һәләк булғандар иҫтәлегенә монументҡа, “Тыл эшсәндәренә” иҫтәлек стелаһы алдына һалынды.
Майҙанда тынлыҡ. Үҙ ғүмерҙәрен аямай, Тыуған ил азатлығын һаҡлап ҡалғандарҙы, Ер йөҙөндә тыныслыҡ яулағандарҙы иҫкә алып, бер минут тынлыҡ иғлан ителә. Аҡ төҫтәге тиҫтәләрсә шарҙар һауаға күтәрелә.
Иҫәндәр менән бер сафта
“Үлемһеҙ полк” Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы, байрамса йөрөш, көтөлгәнсә, иң тулҡынландырғаны булды. Уның маҡсаты – беҙҙең ата-бабаларыбыҙ – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, тыл эшсәндәре тураһында хәтерҙе һәм быуындар бәйләнешен һаҡлау.
Быйыл гражданлыҡ-илһөйәрлек акцияһында бәләбәйҙәр тағы ла күберәк ҡатнашты. Халыҡ ағымы ҡаланың үҙәк урамдарын күмеп, Еңеү майҙанына йүнәлде. Колонналарҙа мәктәп уҡыусылары, йәштәр, урта һәм өлкән йәштәге кешеләр, туғандарының – Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарының фотоһүрәттәрен тотоп барҙы. Бәләбәйҙең “Үлемһеҙ полкын” “Бөркөт” йәштәр хәрби-патриотик клубы, Бәләбәй ҡала скауттары ассоциацияһы, “Юнармия” хәрби-патриотик хәрәкәте тәрбиәләнеүселәре әйҙәне.
“Ватанды һаҡлаусыларға” мемориалы биләмәһенә үлемһеҙ “Еңеү көнө” йыры оҙатыуында илһөйәрлек акцияһында ҡатнашыусы меңдәрсә кешелек колонна килгәндә ирекһеҙҙән күптәрҙең күҙҙәрендә йәш күренде.
Был көндө бик күп ҡала кешеләре сиркәүҙәргә һәм мәсеттәргә барҙы, фронтта һәм тылда Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан туғандары һәм яҡындары рухына доғалар уҡытты.
Һәр тыныс көн өсөн
Һигеҙенсе йыл Рәсәй һәм яҡын сит илдәр ҡалаларында “Еңеү рекорды” халыҡ-ара спорт-илһөйәрлек акцияһы уҙғарыла. Уның асылы – Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң уҙған һәр тыныс көн өсөн ҡатнашыусыларҙың коллектив менән бер нисә тапҡыр күнегеү яһауынан ғибәрәт. 2018 йылдың 9 майына был һан 26 663 көн тәшкил итте.
Еңеү майҙанында Еңеү көнөндә төрлө йәштәге ир-егеттәр акцияла ҡатнашты. Улар үҙ өлгөләрендә Бәләбәйҙә сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлыларҙың күп булыуын күрһәтте. Беҙ ихтыяр көсө һәм берҙәмлек кеүек төшөнсәләрҙе онотманыҡ. Нәҡ ошо сифаттары арҡаһында беҙҙең батыр ата-бабаларыбыҙ үҙ ғүмерҙәрендә иң төп яуҙа – Бөйөк Ватан һуғышында еңгәндәр ҙә инде.
– “Еңеү рекорды” акцияһында өсөнсө йыл ҡатнашам. Мотор төҙөлөшө ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем. Һалдатта өйрәнгәндәр онотолмай. Минең менән ейәнем Әлим дә был күнегеүҙе яһаны. Балаларға һәм ейәндәргә сәләмәт йәшәү өлгөһө күрһәтеүҙе бурысым, тип һанайым, – тип уртаҡлашты өлкән быуын вәкиле Әхмәт Әхмәҙиев.
Спорт-патриотик акцияһында ҡатнашыусыларҙы яҡларға йыйылған тамашасылар өс йәшлек Сережа Ивановтың атаһы менән күнегеү яһауын йылмайып күҙәтте. Улдарына лайыҡлы өлгө күрһәткән бындай ирҙәр беҙҙең ҡалала аҙ түгел.
Еңеү көнөндә бәләбәйҙәрҙе бай мәҙәни-күңел асыу программаһы көттө. Ҡаланың сауҙа предприятиелары байрамда ҡатнашыусыларҙы шашлыҡ, ҡамыр ризыҡтары, һалдат бутҡаһы менән ҡаршы алды.
Кис менән Бөтөн Рәсәй хәтер вахтаһын “Хәтер шәме” йәштәр акцияһы дауам итте – һәләк булһалар ҙа, рәхмәтле быуындар йөрәгендә иҫән булып йәшәүселәр хөрмәтенә “Ватанды һаҡлаусыларға” мемориалында йөҙҙәрсә шәмдәр ҡабынды.
Фронтовикка хат
“Бәләбәй хәбәрҙәре” газетаһы редакцияһы “Фронтовикка хат” акцияһына ҡушылған районда йәшәүселәргә рәхмәтле. 9 майҙа еңеүсе яугирҙарға адресланған өсмөйөшлө фронт хаттарын беҙҙең газетаға яҙылыу ойошторолған палаткаға алып килделәр.
Еңеү байрамына бағышланған саралар райондың бөтөн ауылдарында, Приют ҡасабаһында уҙҙы.
Еңеү көнөнә арналған материалдар һәм фотолар менән газетаның сайтында ла (rbsmi/ru/belizv_b һәм vk.com/belizv) танышырға мөмкин.
Читайте нас