Ғинуар-февралдә “Бәләбәй хәбәрҙәре” район халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса башҡарма власть органдары тарафынан нәмәләр эшләнеүен уҡыусыларға еткергәйне. Әңгәмәләрендә муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары уҙған йылда муниципалитет эшмәкәрлегенең бөтөн яҡтарын яҡтыртып ҡына ҡалманы, 2018 йылда иҡтисадта, социаль өлкәлә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереүҙә һәм торлаҡ пункттарҙы төҙөкләндереүҙә пландар һәм бурыстар тураһында ла һөйләне.
Уйланған нәмәне тормошҡа ашырып була, райондың ҡала һәм ауыл биләмәләрендә йәшәүселәр был йәһәттән ниндәй ярҙам күрһәтә? 2018 йылда муниципалитетта ниндәй социаль проекттар һәм программалар тормошҡа ашырыласаҡ?
Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Альверт улы Сәхәбиев менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
Иҡтисад тураһында, резиденттар эҙләү, инвестициялар йәлеп итеү тураһында
– 2018 йылдың беренсе ярты йыллығы тамамланыуға яҡынлаша. Бөгөнгө һөйләшеүҙе муниципаль бюджетты тултырыуҙа, һөҙөмтәлә, район тормошоноң башҡа өлкәләрен үҫтереүҙә ҡаланың сәнәғәт предприятиеларының хәл иткес ролен иҫәпкә алып, уларҙың үҫеш йомғаҡтарынан башлау, моғайын, урынлы булыр.
– Быйыл беренсе кварталда беҙҙең сәнәғәт предприятиелары 4 миллиард 884 миллион һумлыҡ продукция етештерҙе һәм хеҙмәттәр күрһәтте, был 2017 йылдағынан 0,2 процентҡа күберәк. Өс айҙа район бюджетына 373 млн һум аҡса инде, был уҙған йылдағынан 27 процентҡа артыҡ. Бюджет сығымдары 332 млн һум тәшкил итте, шуның 86 проценты социаль өлкәгә йүнәлтелгән.
“БелЗАН” йәмғиәте предприятиелары төркөмөндә, Бәләбәй һөт комбинатында, спирт-араҡы заводында, “Автокомплект” заводында, “БелАвтодеталь”, машина төҙөлөшө заводында һәм ҡаланың башҡа предприятиеларында етештереү күләмдәрен һаҡлайбыҙ, яңы төр продукциялар сығарыуҙы үҙләштерәбеҙ.
Моноҡалалар иҡтисадын диверсификациялау өсөн муниципаль район хакимиәте “Бәләбәй” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш территорияһына яңы резиденттар йәлеп итеү буйынса планлы эш алып бара. Бөгөнгә моноҡалала алты предприятие етештереү эшмәкәрлеге алып бара: “АММА” НПП йәмғиәте, “БП ПЛАСТ” йәмғиәте, “Бәләбәй ҡағыҙ комбинаты” йәмғиәте, ”Урал ПромТехСервис” йәмғиәте, “БИЗНО” йәмғиәте, “Регион-2” йәмғиәте. Улар 72 эш урыны булдырҙы, 49,5 млн һумлыҡ инвестиция ғәмәлгә ашырылды.
– Район иҡтисадында ауыл хужалығы әһәмиәтле роль уйнай. Аграр тармаҡта эштәрҙе Һеҙ нисек баһалайһығыҙ?
– Быйыл район ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында яҙғы сәсеү кампанияһы ойошҡанлыҡ менән уҙа. Тимәк, һауа шарттары һәйбәт булған хәлдә беҙ үҫемлекселектә яҡшы һөҙөмтәләргә иҫәп тота алабыҙ. Үҙ яғыбыҙҙан, ауыл хужалығы тауар етештереүселәренә элиталы орлоҡтар, яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алыуҙа финанс ярҙам күрһәттек. Барлыҡ финанс механизмдарҙы, аграрийҙарҙы яҡлау буйынса дәүләт программаларын иҫәпкә алып, йыл башынан район хужалыҡтары алған субсидиялар күләме 20 млн һум тирәһе тәшкил итте.
Район республика кимәлендә лайыҡлы күренһен өсөн, беҙгә халыҡтың, айырыуса ауыл халҡының, иҡтисади әүҙемлеген күтәрергә кәрәк. Һәр ауылда эшсән, башлап йөрөүсе кешеләр бар, әммә уларға ябай булмаған иҡтисади шарттарҙа үҫер өсөн берләшергә кәрәк. Әлегә беҙҙең районда, бөтә республикалағы кеүек, эшкә һәләтле ир-егеттәр вахта ысулы менән Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә эшләй. Тәбиғи, халыҡты эш менән биләү проблемаһын хәл итмәй тороп, районда демографик күрһәткестәрҙе яҡшыртып булмаясаҡ.
Беҙ артабан да ауыл хужалығы предприятиеларына һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына ярҙам күрһәтәсәкбеҙ, шул уҡ ваҡытта иҡтисадтың был өлкәһенә эре инвесторҙар йәлеп итеү буйынса актив эш алып барасаҡбыҙ. Күптән түгел “Северная Нива Башкирия” йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек тураһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды, ул 2018-2021 йылдарҙа беҙҙең район территорияһында 2800 баш малға һөтсөлөк комплексы, шулай уҡ тәүлегенә 300 тонна һөт эшкәртеү буйынса предприятие төҙөргә ниәтләй. Был инвестиция проектын тормошҡа ашырыу 200 эш урыны булдырыу мөмкинлеген бирәсәк.
– Азат Альверт улы, рәхим итеп, белем биреү ойошмаларының һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу йәһәтенән пландар менән таныштырып үтегеҙ әле.
– Һуңғы йылдарҙа беҙгә белем биреү ойошмаларын бер сменала уҡыуға күсереү буйынса күп эшләнде. Әммә ҡалала ун мәктәптең дүртәүһендә уҡытыу-тәрбиә эше ике сменала ҡалды. Был проблеманы хәл итеү өсөн Бәләбәй индустриаль колледжы бинаһын, элекке 40-сы лицейҙы, муниципаль милеккә тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. 15-се мәктәптең бер нисә уҡыу класын индустриаль колледж бинаһына күсергән осраҡта ҡаланың иң ҙур белем биреү ойошмаларының береһе ике сменала уҡыу менән хушлаша аласаҡ.
Ҡыҙылармеец урамында 1-се мәктәп бинаһын үҙгәртеп ҡороу буйынса ҙур эш башҡарылды. Беҙҙең үтенес менән был мәктәп БР Мәғариф министрлығы тарафынан капиталь ремонтҡа һәм матди-техник базаны нығытыуға мохтаж объекттар исемлегенә индерелде. Сыуаш гимназияһын капиталь ремонтлауға республика бюджетынан 22, 5 млн һум аҡса бүлеү ҡарала. Аксаков ауылында 375 урынға мәктәп төҙөү өсөн проект-смета документацияһы төҙөүгә әҙерлек бара. Бәләбәй ҡалаһының “Яңы быуын” балалар-үҫмерҙәр үҙәге базаһында Технопарк төҙөү ҡарар ителде. Бынан тыш, Бәләбәйҙә “Техноград “Бәләбәй” йәштәр инновация ижады үҙәге асыуға федераль конкурста ҡатнаштыҡ. Еңгән осраҡта районға 5,8 млн һум субсидия бүленәсәк, шул иҫәптән РФ бюджетынан 5,1 млн һум.
Беҙ йәштәр тыуған ҡала-райондарында ҡалһын, йәш ғаиләләр һаны артһын, балалар күберәк тыуһын өсөн тырышабыҙ. Тап ошо маҡсатта Бәләбәй ҡалаһының Горохов урамында 150 урынға яңы балалар баҡсаһы төҙөләсәк. Ул Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына тапшырылырға тейеш 100 объект исемлегенә инә. Проект-смета документацияһы әҙер һәм экспертиза үтте. Әле юбилей объекты заказсыһы – БР Капиталь төҙөлөш идаралығы – подряд ойошма билдәләүгә аукцион уҙғара. Потенциаль подрядсы менән 2018 йылдың июнь аҙағында контрактҡа ҡул ҡуйылыр, тип күҙаллана.
Кем менән алға барасаҡбыҙ?
– Әңгәмәне тамамлап, район халҡына нимәләр әйтергә теләр инегеҙ?
– Иң элек, намыҫлы хеҙмәте менән райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән, кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға, эш урындары булдырыуға йүнәлтелгән проекттарҙа һәм программаларҙа әүҙем ҡатнашҡан бәләбәйҙәргә рәхмәт. Беҙ бары бергә генә быйылғы йылға күҙалланған пландарҙы бойомға ашыра һәм киләсәктә күберәк эшләй аласаҡбыҙ. Муниципалитеттың көсө, уның инвестицион йәлеп итеүсәнлеген арттырыу – муниципаль башҡарма власть органдарының һөҙөмтәле эшмәкәрлегенә, халыҡтың эшлекле әүҙемлегенә туранан-тура бәйле!
Быйыл беҙҙе республика тормошонда мөһим сәйәси ваҡиға көтә – БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлаясаҡбыҙ. 2018 йылдың 3 июнендә алдан тауыш биреү уҙҙы, уның һөҙөмтәләре буйынса республиканың юғары закондар сығарыу органына депутаттар һайлау өсөн “Берҙәм Рәсәй” партияһынан кандидаттар һайлап алынасаҡ.
Быйыл сентябрҙә парламенттың яңы составында бәләбәйҙәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡ лайыҡлы депутаттар һайларбыҙ, тип ышанам.
Римма Солтанова әңгәмәләште
Әңгәмә ҡыҫҡартылып алынды. Тулыһынса “Белебеевские известия” газетаһы сайтында (rbsmi.ru/belizv) уҡығыҙ.