Бисмилләһир-рахмәнир-рахииим! Мөхтәрәм дин ҡәрҙштәр!
Бәләбәй районы мосолмандары, республикалағы барлыҡ дин ҡәрҙәштәр кеүек, Рамаҙан айы тамамланыуҙы байрам итергә йыйына.
2018 йылдың 15 июнендә Ураҙа байрамы шатлығын уртаҡлашыу өсөн мәсеттәргә килгәндәрҙең барыһын да мөхтәсибәт идаралығы һәм шәхсән үҙ исемемдән изге байрам, фитыр көндәре менән ҡотлайым.
Был байрамда Исламдың күп быуатлыҡ йолалары, юғары әхлаҡи идеалдары тупланған. Ураҙа байрамы изге ураҙаның төп ҡанундарын – рухи таҙарыныу, тыныслыҡты яратыу һәм изге эштәр башҡарыуҙы кәүҙәләндерә.
Барса мосолмандар мөбәрәк Рамаҙан айы дауамында тәрәүих намаҙҙарында: “Эй Раббыбыҙ, Һиңә генә һыйынабыҙ, Һинән генә ярҙам һорайбыҙ. Барса ҡәрҙәштәрҙе тоғро юлға күндер”, – тип ялбарып, Раббыбыҙға һыйынды һәм илебеҙгә, яҡындарыбыҙға йәмле, бәрәкәтле көндәр теләне.
Алдағы көндәребеҙҙә лә, ошо Рамаҙан айындағы шикелле, Аллаһыны иҫтән сығармайынса, ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып, ысын мосолман булып, тулы иман менән йәшәүҙәрҙе, киләһе рамаҙандарҙы ла күреүҙәрҙе насип итһә ине.
Ураҙа байрамы барыбыҙға ла күңел тыныслығы һәм үҙ көсөбөҙгә ышаныс бүләк итһен, дәрт-дарман һәм илһам бирһен. Барлыҡ йорттарға ла йылылҡ һәм шатлыҡ, изгелек, именлек һәм тыныслыҡ алып килһен, тип теләйем. Амин!
Бәләбәй районы имам-мөхтәсибе.
P.S. Райондың барлыҡ мәсеттәрендә лә Ураҙа ғәйете иртәнге сәғәт 7-лә башлана.
Фитыр-саҙаҡа күләме күпме?
Һәр ғаилә ағзаһынан – 100 һум; хәлле кешеләргә – 460 һум.
Оло йәштәге кешеләргә йә хроник сир арҡаһында ураҙа тота алмаусыларға фиҙиә – һәр тотмаған көн өсөн 200 һум.
Зәкәт нисәбе 213.445.98 һумдан һәм артығыраҡ – 2,5 процент (1/40 өлөш).