Каникулда уҡыусылар һәм студенттар ял итеп кенә алмай, үҙҙәренә аҡса эшләргә лә тырыша.
Йәйге каникулда Көньяҡ-Көнбайыш мәшғүллек үҙәге 14-18 йәшлек бәлиғ булмаған граждандарҙы эшкә урынлаштырырға планлаштыра. 2018 йыл башынан йәмғеһе 320 үҫмер эшкә урынлаштырылған.
Башҡортостанда үҫмерҙәргә күберәк “Административ персонал”, “Һатыу” һәм “Туризм, ҡунаҡхана, ресторан” кеүек өлкәләрҙә эш тәҡдим итәләр.