Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
13 Июнь 2018, 12:38

Йәнбикә ниндәй булған?

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе башҡорт халҡының билдәле «Урал батыр» эпосында телгә алынған тәүге башҡорт ҡатын-ҡыҙы Йәнбикәнең ниндәй булғанлығы тураһында уйланырға саҡыралар.«Йәнбикә – тәүге башҡорт ҡатын-ҡыҙы» һүрәттәр конкурсында белем биреү учреждениелары, художество мәктәптәре уҡыусылары, һәүәҫкәр рәссамдар, шулай уҡ профессионалдар ҙа ҡатнаша ала.

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе башҡорт халҡының билдәле «Урал батыр» эпосында телгә алынған тәүге башҡорт ҡатын-ҡыҙы Йәнбикәнең ниндәй булғанлығы тураһында уйланырға саҡыралар. Йәнбикә һәм уның ире Йәнбирҙе — Урал менән Шүлгәндең ата-әсәһе. Риүәйәткә ярашлы, улар боронғо замандарҙа Уралда йәшәгән башҡорттарҙың ата-бабалары, тип һанала.
Тәүге башҡорт ҡатын-ҡыҙы ниндәй булған? Ул ҡайҙа һәм нисек йәшәгән, нимә менән туҡланған, ниндәй ҡоралдары булған? Был һорау күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Әлеге конкурс ватандаштарыбыҙҙың иғтибарын башҡорт халҡының тарихи үткәненә йәлеп итергә, шулай уҡ йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың абруйын күтәрергә һәм «Урал батыр» эпосы миҫалында матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттарын популярлаштырырға булышлыҡ итәсәк. Конкурс өсөн махсус логотип төшөрөлгән, ул тыуған төйәгебеҙҙең тәбиғәтен һәм ҡатын-ҡыҙҙың ижади башланғысын һүрәтләй.
«Йәнбикә – тәүге башҡорт ҡатын-ҡыҙы» һүрәттәр конкурсында белем биреү учреждениелары, художество мәктәптәре уҡыусылары, һәүәҫкәр рәссамдар, шулай уҡ профессионалдар ҙа ҡатнаша ала. Төрлө материалда башҡарылған эштәр 30 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Адресы: 450077, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 56, Халыҡтар дуҫлығы йорто, методик бүлмә. Белешмә өсөн телефон: 272-55-01.
Эштәрҙе республиканың танылған рәссамдары, художество мәктәбе уҡытыусылары баһалай. Конкурс еңеүселәре 7 декабрҙә иғлан ителә, уларҙы йыл аҙағында бүләкләү ҡаралған. Иң яҡшы эштәрҙән күргәҙмә ойоштороласаҡ.
Алһыу Шәрипова әҙерләне
Читайте нас