Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Июнь 2018, 19:06

Матур үткән изге Рамаҙан насип итһен һаулыҡ һәм иман!

Бына көтөп алған Ураҙа байрамы ла үтеп китте. Уға тиклем бөтөн донъялағы мосолман өммәте, шул иҫәптән Бәләбәй районы һәм ҡалаһы мосолмандары ла, ай буйы ураҙа тотто. Әлеге изге айҙа ашау-эсеүҙән генә түгел, насар һүҙҙәр, ғәйбәт һөйләүҙән дә тыйылып торҙоҡ. Нәфсебеҙҙе тыйҙыҡ, күңелдәрҙе пакландырҙыҡ, мәсеттәргә, туғандарға ифтар мәжлестәренә йөрөнөк. Дини ғилемебеҙҙе арттырҙыҡ, Аллаһының китабы Ҡөрьәни Кәримде уҡырға, өйрәнергә, уның аяттары, сүрәләре тураһында уйланырға, фекер йөрөтөргә тырыштыҡ.

15 июнь – байрам көндө мосолман ҡәрҙәштәр, матур итеп кейенеп, әкрен тауыш менән тәҡбирҙәр әйтеп, иртәнге етенән мәсеттәргә Ураҙа ғәйетенә йыйылды. Һөйөнөслө хәл: ҡаланың яңы, тарихи, Приют ҡасабаһы, Баймырҙа, Яңы Һарай, Туҙлыҡуш ауылдары мәсеттәренән башҡа быйыл ул беренсе тапҡыр Мәтәүбаш ауылы мәсетендә лә уҡылды. Ауылдың имам-хатибы Нур Йәркәев, шулай уҡ барса ауылдаштар тырышлығы менән мәсет, ишектәрен киң асып, бик күп кешене ғәйеткә ҡабул итте. Дөрөҫ, әлегә унда эштәр тулыһынса тамамланмаған, әммә, Аллаһы бойорһа, ул көн дә килер. Был көндө унда беренсе тапҡыр йома намаҙы ла уҡылды.
Байрам намаҙынан һуң йорттарҙа байрам сәйе, таба аштары әҙерләнде, тәбикмәктәр бешерелде. Өс көн дауам иткән байрамда туғандар, дуҫ-иштәр менән күрешеү, ҡарттар, ауырыу кешеләрҙең хәлдәрен белеү, мәрхүмдәребеҙҙе хәйер-доғалар менән иҫкә алыу, зыяраттарға барыу кеүек изге ғәмәлдәр ҡылынды.
Киске яҡта мосолман ҡәрҙәштәр “Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгенә күңелле кисәгә йыйылды. Тарихи мәсет имам-хатибы Илдар Ғәлиев Ураҙа байрамы менән ҡотлап, алдағы көндәрҙә лә рамаҙан айындағы шикелле, Аллаһыны иҫтән сығармайынса, ысын мосолман булып, тулы иман менән йәшәүебеҙҙе теләне.
Мәсет ҡаршыһында эшләүсе йәйге лагерға йөрөгән балалар яттан аяттар, сүрәләр уҡып, залда ултырғандарҙы һөйөндөрҙө. Улар викторина һорауҙарына ла, өлкәндәрҙән алда яуап биреп, ярайһы уҡ дини ғилем туплауҙарын күрһәтте. Ураҙа айында мәсеттәребеҙҙә практика үтеүсе шәкерттәрҙең улар менән дәрестәр үткәреүҙең яҡшы һөҙөмтәһе был.
Гөлсинә Вәлиева етәкселегендәге “Балҡыш” йыр ансамбле ойошторған концерт бик матур булды. Яҡшы һайланған репертуар, теманы асыусы шиғырҙар, яратҡан йырсыларыбыҙҙың, ансамблдәрҙең сығыштары тамашасылар күңеленә хуш килде.
Матур үткән изге Рамаҙан насип итһен һаулыҡ һәм иман! Изге юлдарҙа бергә булып, киләһе рамазандарҙы ла күрергә яҙһын!
Зәйфә Сәлихова
Читайте нас