Бәләбәй районы намыҫын Римма Әйүпова, Альберт Хәбибуллин (Бәләбәй), Лилиә Әхмәҙуллина, Юлия Полякова менән Николай Ершов (Приют) яҡланылар.
Бер кисәлә Аксаковтар ғаиләһе йорт-музейының Йәшел ҡунаҡханаһында рәссамдар өсөн камерный музыка – Сергей Тимофеевичтың бүләһе, Рәсәйҙең билдәле композиторы Сергей Аксаковтың инструменталь пьесалары яңғыраны. Константин Аксаковтың шиғриәте, Рахманиновтың һәм Элгарҙың элегиялары күңелдәргә үтеп инде.
“Көмөш шишмә-2018” арт-пленеры Кәсептәр йортонда ҡатнашыусыларҙың эштәренән күргәҙмә һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы менән тамамланды.
– Беҙҙең хозур һәм йәмле яҡ рәссамдарҙы һәр саҡ үҙенә тарта, – тип һөйләй Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейының художество галереяһы мөдире, Башҡортостан Республикаһының көнбайыш рәссамдар ижади союзының Бәләбәй районында вәкиллеге башлығы Альберт Хәбибуллин. – Пленерҙа ҡатнашыусылар бәләбәйҙәргә ҡунаҡсыллыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе. Һоҡланғыс музыка, илһам, Аксаков йәйенең ҡабатланмаҫ миҙгелдәре – быларҙың барыһы ла яңы картиналар, ижадта яңы ҡаҙаныштар.