Войков урамында урман хужалығы районында бордюр һалыу менән мәшғүл Арлан промысла юлдарын тотоу идаралығының Бәләбәй участкаһы хеҙмәткәрҙәренең битенән тир аға. Ҡыҙыу ҡояш аҫтында ҡайнар асфальт һалғанда уларға нисек эҫе булыуын күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ!
– Совет һәм Көршәкселәр урамдары араһында беҙ тотош асфальт һалдыҡ. Элекке юл менән хәҙергеһен сағыштырып та булмай, – ер менән күк араһы, – ти участка мастеры Динар Сәфәрғәлиев.
Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл Войков һәм Совет урамдарына асфальт һалынып бөтөргә тейеш.
– Ҡалаға килеп инеү күңелле, – тип ҡабатланы ҡыҫҡа интервью алыу өсөн Совет урамында туҡтатҡан водителдәр.
Ҡалаға ингәндә тимер юл аша сыҡҡан урында “Дорремстрой” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре юлдың лаборатор шарттарҙа физик-механик үҙенсәлектәрен артабан һынау өсөн Өфө ҡалаһының “Бойондороҡһоҙ юл экспертизаһы үҙәге” йәмғиәтенә асфальт киҫәген ебәргән. Тап ошо ойошма өсөнсө йыл Бәләбәй районында юлға эшләнгән ремонт сифатын тикшерә.
Совет, Войков, Волгоград , Ҡыҙыл урамдарына асфальт һалыуҙан тыш, юл ойошмалары М.Ғ. Әмиров, Интернациональ, Сыртланова, Коммунистик, Көнсығыш, Пионер, Урман, Парк, Ленин, Ҡыҙыл, Фурманов урамдарында юлдарҙы өлөшләтә йүнәткән.
Волгоград урамында яңы асфальт – “Техстрой” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренең эше. 1-се поликлиника эргәһендә беҙ Волгоград урамында 8-се йорт өсөн яуаплы Светлана Цибиногинаны осраттыҡ.
– Беҙ хәҙер юлға һыу йыйылып, ихаталарға аҡмаясағына шатланып бөтә алмайбыҙ. Күләүектәр йөрөргә ҡамасаулай ине, – тине ул.
Ҡыҙыл урамында Бәләбәй юл төҙөү-ремонтлау идаралығының Йәрмәкәй участкаһы хеҙмәткәрҙәре бордюрҙар һалғандан һуң ҡалған төҙөлөш сүп-сарын сығарыу менән мәшғүл ине. – Бордюрҙарҙы тимер-бетон менән нығытып, уның сит-ситтәренә ер һалғас, юлға асфальт түшәй башлаясаҡбыҙ, – тип аңлатты участка мастеры Рим Шәйәпов.
Был миҙгелдә ДРСУ хеҙмәткәрҙәре иҫке бордюрҙарҙы алыштырыу, ҡышын йылылыҡ трассаларында өҙөклөктәрҙе бөтөргәндә зыян күргән асфальт япмаларҙы йүнәтеү йәһәтенән ҡалала күп эшләгән. Шулай уҡ улар һөт комбинаты территорияһына, уның тирә-яғындағы участкаларға асфальт һалыу менән шөғөлләнгән.
Ремонт эштәре өсөн, ямғырға ҡарағанда, көндәрҙең эҫе тороуы һәйбәтерәк, шуға юлсылар, форсаттан файҙаланып, эшкә бар көстәрен һала.
2017 йылда Бәләбәй ҡалаһы урамдарында 14 километр асфальт һалынған. 2018 йылда ҡала биләмәһенең юл инфраструктураһын үҫтереүгә 53, 6 миллион һум йүнәлтеләсәк.