Үҙәк район дауаханаһының Приют корпусында урынлашҡан акушерлыҡ бүлегенең Мөхәббәт, ғаилә һәм тоғролоҡ көнөнән һуң шунда уҡ бала тыуҙырыусыларҙы ҡабул итә башлауы символик.
Яңыртылған палаталарҙа һәм коридорҙарҙа Бәләбәй үҙәк дауаханаһы штукатур-малярҙары Лариса Антонова, Роза Семенова, Гөлүзә Әхмәтова, Рима Гөльямалова эштәрен тамамлап, эш ҡоралдарын йыйҙылар.
Малярҙар палаталар, медицина кабинеттары, хеҙмәт биналары һәм коридорҙарының стеналарын, ишектәр һәм түшәмдәрен буяны.
Бында йәнә яңы тыуған сабыйҙар тауышы яңғырай, ә шат йөҙлө атайҙар, олатайҙар һәм өләсәйҙәр тәҙрәләрҙе күҙәтә башланы.