Муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, 9 июлгә 5800 гектар майҙанда күп йыллыҡ үләндәр сабылған, малдарҙы ҡышлатыуға 4500 тонна бесән (план – 23500 тонна), 4600 тонна сенаж (план – 29200 тонна) әҙерләнгән.
“Ыҫлаҡ”, “Сулпан”, “Малиновка” йәмғиәттәрендә, Исмәғил Хөснөтдиновтың һәм Валерий Соловьевтың крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләү кампанияһы ойошҡанлыҡ менән бара.