Туризм
11 Июля 2018, 08:50

Йәшәү минимумы артты

Башҡортостанда 2018 йылдың бер айына йән башына йәшәү минимумы күләмен 8615 һум итеп билдәләү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйылды.

– Йәшәү минимумы күләме республикала ҡулланыу кәрзине һәм туҡланыу продукттарына, аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡтары кимәле тураһында дәүләт статистикаһы хеҙмәттәре мәғлүмәттәре нигеҙендә квартал һайын билдәләнә, – тип аңлатты БР Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығының Бәләбәй районы һәм Бәләбәй ҡалаһы буйынса территориаль бүлеге начальнигы Р. Ғәйфуллин. – Халыҡтың төп социаль-демографик төркөмдәре өсөн йәшәү минимумы билдәләнгән: 9141 һум – эшкә һәләтле халыҡ өсөн, 7027 һум – пенсионерҙар өсөн һәм 8695 һум – балалар өсөн.
Йәшәү минимумы – кешегә йәшәү өсөн кәрәк продукттар һәм тауарҙарҙың минималь йыйылмаһы хаҡы.
Уның суммаһы 297 һумға артты.
Лариса Трифонова әҙерләне
Читайте нас