2018 йылдың 13 июлендә Бәләбәй моноҡалаһында яңы предприятие – “БелЗАН Сервис” йәмғиәте барлыҡҡа килеүенә теүәл өс йыл тула. Күп бәләбәйҙәрҙе уның ниндәй төр эшмәкәрлек алып барыуы һәм буш вакансиялар барлығы-юҡлығы ҡыҙыҡһындыра. “БХ”-ға интервьюһында “БелЗАН Сервис” йәмғиәте директоры Олег Дюльдин ошо һәм башҡа һорауҙарға тулы яуап бирҙе.
– Олег Евгеньевич, компанияның нимә менән шөғөлләнеүе хаҡында һөйләп үтегеҙ әле, рәхим итеп?
– Тәүҙә предприятиеның ойошторолоу тарихы менән ҡыҫҡаса һөйләп үткем килә. “Автонормаль” заводында беренсе көндән үк ремонт хеҙмәте булдырыла. Завод менән бергә үҫешеп, станоктар паркын төҙөк хәлдә тотоу эшен башҡарып, 2015 йылдың 13 июлендә ул үҙаллы предприятиеға – “БелЗАН Сервис” йәмғиәте – бүленде.
Беҙ Рәсәйҙә беркетмәләр етештерүсе ҙур “БелЗАН” йәмғиәте ҡорамалдарын ремонтлау менән шөғөлләнәбеҙ. Бай тәжрибә, белемле, талантлы һәм ижади персонал, киң профилле белгестәр (слесарь-ремонтсыларҙан, токарь-ҡырыусыларҙан алып электронсыларға тиклем), уникаль станоктар беҙҙең предприятиеға теләһә ҡайһы ҡорамалды тип әйтерлек ремонтлау, юғары сифатлы төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү мөмкинлеген бирә.
– Башҡа фирмалар менән хеҙмәттәшлек итәһегеҙме?
– Эйе, предприятие металл эшкәртеү, ремонт, чертеждар буйынса деталдәр әҙерләү, эш һәм технологик документациялар менән бергә яңы изделиелар проектлау хеҙмәттәрен күрһәтә. Шулай уҡ ауыл хужалығы һәм нефть тармағында эштәрҙе уңышлы башҡарабыҙ.
– Әлеге ваҡытта “аҡ” эш хаҡы булыуы ҙур роль уйнай. “БелЗАН Сервис” йәмғиәтендә был йәһәттән хәлдәр нисек?
– Теүәл ваҡытында һәм асыҡтан-асыҡ лайыҡлы эш хаҡы, “больничныйҙар”, отпускылар, вуз студенттарына сессиялар түләнеүен фирмабыҙҙың ҙур ҡаҙанышы, тип иҫәпләйем. Бынан тыш, бушлай ашатыу, балалар лагерҙарына бушлай путевкалар, спорт-һауыҡтырыу үҙәгенә абонементтар алыу, һөнәри үҫеш һәм квалификация күтәреү, өҫтәмә һөнәр алыу мөмкинлеге, махсус кейем, гигиена саралары менән тулыһынса тәьмин итеү, уңайлы гардеробтар бар.
Предприятие үҫешә һәм ҡорамалдарҙы хеҙмәтләндереүгә һәм йүнәтеүгә сығымдарҙы кәметергә, ремонт ваҡытын аҙайтырға, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға, станоктар паркын яңыртырға һәм заманса ҡорамалдар менән ҡул эшен еңеләйтергә ынтыла.
– Ә һеҙҙә буш вакансиялар бармы?
– Көнүҙәк тема – электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтерҙар етмәй. Станоксылар кәрәк: токарҙар, фрезерлаусылар, шымартыусылар. Әле предприятиела 370 кеше эшләй. Эшсе һөнәрҙәр буйынса кадрҙар даими ҡабул ителә.
– Интернет селтәрендәге видеороликтарға ҡарағанда, һеҙҙең хеҙмәткәрҙәр – татыу, дәрт-дарманлы.
– Эйе, “БелЗАН Сервис” йәмғиәте коллективы ҡала тормошонда актив ҡатнаша – ул спорт ярыштары, төрлө акциялар, Һабантуй, ҡыш оҙатыу байрамдары. Беҙҙең үҙ КВН командаһы һәм туристар клубы бар.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Олег Евгеньевич. Предприятиеғыҙға уңыштар һәм яңы үрҙәр яулауығыҙҙы теләйбеҙ!