Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
12 Июль 2018, 18:07

Хыялдары тормошҡа ашты

Иҫке һәм авария хәлендә тип табылған ете йортта йәшәүселәр яңы фатир асҡыстары алды

Иҫке һәм авария хәлендә тип табылған ете йортта йәшәүселәр яңы фатир асҡыстары алды
Улар кисә генә файҙаланыуға тапшырылған яңы йорт ихатаһы алдында осрашҡас, бер-береһен ҡотланы, ҡосаҡлашты. Өй туйы – шатлыҡлы, ғаилә байрамы.
Елена менән Марат Вәлиәхмәдовтар Куйбышев урамында ун алты йыл элек фатирҙарын иҫке йортта һатып ала. Маяковский урамындағы йортҡа Венера Вәхитованы ире утыҙ йыл элек килен итеп төшөрә. Вил Әхмәтов Мәктәп урамындағы йорттан фатирын 1953 йылда нефть ятҡылығын үҙләштерергә килгәс алған була. Яҙмыштар төрлө, ә хыялдары бер – матур яңы йортта йәшәү.
Был хыялдары, Авария хәлендәге һәм иҫке йорттарҙан күсереү программаһына ярашлы, бойомға ашты. Әлеге программа буйынса һуңғы биш йылда Приют ҡасабаһында ғына күп фатирлы дүрт йорт төҙөлгән, тиҫтәләрсә бәхетле ғаилә өй туйлаған.
Яңы фатир хужаларын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай комитеты рәйесе Виктор Пчелинцев, Бәләбәй районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев, “Инвестицион төҙөлөш компанияһы – Стронег” йәмғиәте етәксеһе Андрей Косихин байрам менән ҡотланы.
Азат Альверт улы яңы фатирҙарҙы оҙаҡ көтөлгән бүләк тип атаны һәм күскәндәргә имен тормош теләне.
– Муниципаль район тормошонда тағы бер яҡты бит ябылды, – тине Виктор Пчелинцев. – Торлаҡ – ул тормошта иң мөһиме. Тиҫтәләрсә йылдар йыйылып килгән проблемаларҙы беҙ район хакимиәте менән бергә биш йыл дауамында хәл итергә тырыштыҡ. Беҙҙең кешеләрҙең ошондай матур, уңайлы йортта йәшәргә хоҡуғы бар.
Гөлнара Мурзина
Читайте нас