Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
16 Июль 2018, 14:10

Ырыуың, ғаиләң, илең өсөн ғорурлыҡ

“Тамырҙарым минең ғаиләмдә” муниципаль конкурсында ҡатнашыусылар ун бер ырыу йылъяҙмаһына байҡау яһаны

“Тамырҙарым минең ғаиләмдә” муниципаль конкурсында ҡатнашыусылар ун бер ырыу йылъяҙмаһына байҡау яһаны
Ғорурлыҡ һәм ярҙамға ышаныс – төрлө ғаиләләрҙе бына ошо сифаттар берләштерҙе. Ә тағы – бер-береһен сикһеҙ яратыу. Был хаҡта ҡатнашыусыларҙың береһе – Анастасия Иванова бик дөрөҫ һәм урынлы әйтте:
– Якорһыҙ – карап, ғаиләһеҙ кеше була алмай.
Приют ҡасабаһының Мәҙәниәт йорто фойеһында уҡ тамашасыларҙы сағыу тамаша көтөүе төҫмөрләнде. Сөнки ҡатнашыусы ғаиләләр ойошторған күргәҙмәләр ҡул эштәренең төрлөлөгө менән хайран ҡалдырҙы, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың мауығыуҙары тураһында һөйләне.
Ғаиләләр менән танышыу таланттар йәйғорон балҡытты: балалар туған телдәрендә һөйләне, йырланы һәм бейене, өлкәндәр ҙә уларҙан ҡалышырға уйламаны. Ғаиләләрҙең визит карточкалары ҡыҙыҡлы булды, мәҫәлән, Ғимазетдиновтар ғаиләһе шәжәрәләре менән йыр-шиғыр аша таныштырҙы. Шиғри юлдарҙың авторҙары конкурсанттарҙың үҙҙәре булыуы шатландырҙы. Иң ишле Соловьевтарҙың ғаиләһе үҙҙәре хаҡында һөйләп, шунда уҡ ҡул эштәренә маһир булыуҙарын күрһәтте.
Ике йондоҙҙоң осрашып, артабан тулы бер йондоҙлоҡ туплауы тураһында приюттар Яковлевтар ҡыҙыҡлы бәйән итте. Харрасовтар һөйләгән Имашевтар шәжәрәһе тураһында риүәйәт ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы, Мифтаховтарҙың “ғаилә менән сәй эсеү”е күңелле, фәһемле булды. Ивановтар ғаиләһе менән ҡыҙҙар квартеты таныштырҙы, ә Эльвира Зарипованың яғымлы йылмайыуы һәм күп һанлы туған-тыумасалары тураһында бәйән итеүе тамашасыларҙы әсир итте.
Шәжәрә ағасының исем туйы башланғас, залдағылар һоҡланыуҙарын белдереп алҡышланы! Конкурста ҡатнашыусылар, нәҫел ептәрен барлап, архивтарҙа оҙаҡ эҙләнгән, башҡа ҡалаларҙан туғандарын тапҡан. Михаил Петрович Сидоров ғаилә тарихын бына илле йылдан ашыу яҙа. Педагог Сидоровтарҙың дөйөм стажы – бер быуат, ә был ырыу Башҡортостан ерендә бына 276 йыл йәшәй, бөтә был мәғлүмәттәр 1762 йылдан документаль теркәлгән. Михаил Петрович ата-бабалары хаҡында Санкт-Петербургта һаҡланған рәүиз мәғлүмәттәренән һәм сиркәү кенәгәләренән белгән. Миңзифа Вилданова Хәкимйәновтар нәҫеленең 11 быуыны менән таныштырҙы, ә әсәле-ҡыҙлы Ивановалар нәҫел ағастары “тармаҡланһын” өсөн ике ай етди эшләүҙәрен белдерҙе.
Бәләбәйҙән Харрасовтар ғаиләһе һөйләгән Имашевтар ырыуында ҡыҙыҡлы, билдәле кешеләр бар, улар араһында музыканттар, инженерҙер һәм медиктар. Билдәле хирург, Приют ҡасабаһының почетлы гражданы Рәмил Вәлиевтең дә ошо ырыуҙан сығыуын ишеткәс, зал гөр килеп, ҡул сапты.
Соловьевтар ғаиләләре ҡомартҡылары менән дә таныштырҙы. Баҡһаң, уларҙа ҡарт олатайҙарының һәм ҡарт өләсәйҙәренең көмөш балдаҡтары быуындан-быуынға тапшырыла килә икән, һәм ғаиләләрҙең барыһы ла татыу йәшәй.
Тамашасылар туғандарын һәм таныштарын алҡышлап, дәртләндереп торҙо, ә сығыштарҙан һуң фекерҙәрен теләп белдерҙе:
– Афарин ҡатнашыусыларға! Һәр сығыш сағыу булды, – тинеләр “Ҡайынҡай” 26-сы балалар баҡсаһы мөдире Нурия Ғарифуллина менән коллегаһы Наталья Потапова, улар Яковлевтарҙың һәм Мифтаховтарҙың ғаиләләре өсөн “янып-көйгән”. – Бындай конкурстарҙы үткәрергә кәрәк, сөнки улар ғаиләләрҙе тәрбиәләй һәм нығыта.
– Был бик тә һоҡланғыс булды, – тине Зәйнуллиндар ғаиләһен яҡлаған Зөлфирә Әүбәкерова. – Конкурста балалар күп ҡатнашты. Ермолкиндан быуындар күсәгилешлеген күрһәткән Сидоровтарҙы билдәләп үткем килә. Бөгөн балаларҙың үҙ тамырҙарын, туған-тыумасаһын таныуы, уларҙың ярҙам итергә әҙер булыуы һәм уларға ла ярҙам ҡулы һуҙыласағын белеүе ифрат мөһим.
– Беҙҙең ғаилә тарихын беҙҙән башҡа бер кем яҙмаясаҡ, – тип өҫтәне Николай Кузнецов, – һәм беҙ уны белергә һәм һаҡларға тейеш.
Врезка
Тәүҙә финалда ҡатнашыусылар өс һайлау этабын үткәйне, шуға был көндө еңелеүселәр булманы. Һәр ғаилә, номинацияларҙа призлы урын яулап, БР Бәләбәй районы муниципаль районының Социаль үҫеш идаралығы дипломы менән бүләкләнде. “Тамырҙары тәрән шәжәрә” номинацияһында Ермолкиндан Сидоровтар ғаиләһе еңде, “Иң талантлы һәм ижади ғаилә” номинацияһында Бәләбәйҙән Галина һәм Анастасия Ивановалар диплом алды. “Иң үҙенсәлекле шәжәрә”не Приюттан Яковлевтар ғаиләһе күрһәтте, ә Бәләбәйҙән Харрасовтар “Иң татыу һәм традицияларға тоғро ғаилә” номинацияһында билдәләнде.
Гөлнара Мурзина
Читайте нас