Башҡортостанға рецепт буйынса медицина ҡулланыуы өсөн дарыу, инвалид балалар өсөн медицина изделиелары һәм махсуслаштырылған дауалау аҙыҡ-түлектәре һатып алыуға 667 миллион һум күләмендә аҡса бүлеү тураһындағы документ Рәсәй Хөкүмәте сайтында баҫылып сыҡҡан.
«Дөйөм субвенция күләме дәүләт социаль ярҙам алыуға хоҡуҡлы граждандар иҫәбенең артыуы менән бәйле 1,862 миллиард һумға арттырылған», — тиелә Рәсәй Хөкүмәте хатында.
Был мәсьәлә сираттағы ултырышта тикшерелгән. Документҡа Хөкүмәт Рәйесе Дмитрий Медведев ҡул ҡуйға