«Был бик мөһим бурыс, сөнки хатта, боронғо арыҫландарҙың бик күп һөйәге табылған, Иманай мәмерйәһен [«Башҡортостан» милли паркында] милли парктың дәүләт инспекторы осраҡлы килеш тапҡан. Шуға күрә йыл дауамында яңы мәмерйәләр тураһында мәғлүмәт йыябыҙ, ялан миҙгеле башланғас, был мәмерйәләргә сығырға тырышабыҙ. Июль башында Көньяҡ Уралға сәфәр тотабыҙ, ул Башҡортостандың көньяҡ өлөшө: унда мәмерйәләр төркөмө, уларҙа яңыраҡ Башҡортостан спелеологтары әлегә билдәһеҙ хайуандарҙың һөйәктәрен тапҡан», — тип ТАСС Институттың өлкән ғилми хеҙмәткәре Дмитрий Ғимрановтың телмәренән өҙөмтә килтерә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2015 йылда «Башҡортостан» милли паркында биш меңдән ашыу элекке арыҫландарҙың һөйәктәре табылған. Улар үҙҙәренең Африкалағы замандаштарынан 1,5 тапҡыр өлкәнерәк.