Ә тағы альбом, көндәлек, ҡәләмдәр, спорт формаһы, аяҡ кейемдәре, һ.б. һ.б. 1 сентябрҙә уҡыусыларға “тулы хәрби әҙерлектә” белем үрҙәрен яуларға барыу өсөн нимә генә кәрәк түгел?!
2018 йылдың 1 июлендә “Мәктәпкә барырға ярҙам ит!” республика акцияһы башланды. Сараның маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә һәм балаларға яңы уҡыу йылына әҙерләнгәндә ярҙам күрһәтеү.
Мәктәп кәрәк-яраҡтары, канцелярия тауарҙары, мәктәп формаһы, аяҡ кейеме, портфель рәүешендә хәйриә ярҙамы “Ғаилә” көнбайыш район-ара үҙәгенең Бәләбәй ҡалаһы һәм районы бүлексәһендә ҡабул ителә, адресы: Бәләбәй ҡалаһы, Войков урамы, 105; телефон 8 (34786) 5-12-83.