Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
25 Июль 2018, 11:24

Территориаль һайлау комиссияһы белдереүе

2018 йылдың 9 сентябрендә – алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау

2018 йылдың 9 сентябрендә – алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау
Хөрмәтле һайлаусы!
Әгәр һеҙ 2018 йылдың 9 сентябрендә 8-ҙән 20 сәғәткә тиклем даими теркәлгән йәшәү урыны буйынса һайлау участкаһында тауыш биреүҙә ниндәйҙер сәбәп менән (отпуск, командировка, эш графигы һ.б.) ҡатнаша алмаһағыҙ, әммә Башҡортостан Республикаһы территорияһында булһағыҙ, Һеҙҙе шул мәлдә булған урынығыҙ буйынса һайлау участкаһында тауыш биреү өсөн ғариза тултырырға 2018 йылдың 25 июленән 5 сентябренә тиклем Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районы территориаль һайлау комиссияһына саҡырабыҙ, адресы: Бәләбәй ҡалаһы, Ҡыҙыл урам, 116, 112-се бүлмә
16-нан 20 сәғәткә тиклем – эш көндәрендә;
10-дан 14 сәғәткә тиклем – ял һәм байрам көндәрендә.
Үҙегеҙ менән паспортығыҙ булһын.
Ошондай уҡ ғаризаны Һеҙ “Шәхси кабинет” булған осраҡта дәүләт хеҙмәттәренең Берҙәм порталы аша йә Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан теләһә ҡайһы Күп функциялы үҙәктә тултыра алаһығыҙ.
Ғариза тултырыу тураһында мәғлүмәтте алырға мөмкин:
– күрһәтелгән ваҡытта территориаль һайлау комиссияһы телефоны буйынса – 8 (34786) 4-01-54;
– Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны буйынса – 8-800-347-54-54. “Ҡыҙыу бәйләнеш”тең эш ваҡыты: 10.00 – 17.00, ял көндәрендә 10.00 – 14.00. Шылтыратыу бушлай. Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һайлау комиссияһының “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны буйынса – 8-800-222-11-83. Тәүлек әйләнәһенә. Шылтыратыу бушлай.
Читайте нас