“Яратҡан” кафеһы ҡышын әкиәттәге батша һарайы кеүек, ә унда инһәң, йәйгә ҡайтҡандай булаһың. Зауыҡлы интерьер килгәндәргә йылылыҡ, матурлыҡ бүләк итә. Әммә ҡала кешеләрен һәм ҡунаҡтарҙы бында матур итеп биҙәлгән залдар ғына түгел, ә, иң элек, бай, күп төрлө меню һәм юғары сифатлы хеҙмәтләндереү йәлеп итә. Шуға бәләбәйҙәр тап ошонда ғаилә тантаналарын һәм юбилейҙарын, корпоратив кисәләр уҙғарырға, мәртәбәле ҡунаҡтар ҡабул итергә тырыша. Ә көндөҙ кафе тиҙ генә тәмле итеп ашап сығырға яратыусыларға ишектәрен аса.
“Яратҡан” кафеһы коллективының юғары һөнәрилеге хаҡында наградалары асыҡ һөйләй: 2015 һәм 2017 йылдарҙа ул БР Бәләбәй районы муниципаль районында “Йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә иң яҡшы предприятие” тип билдәләнгән. Кафе хужабикәһе Рәзилә Ғиндиева 2016 йылда “Ресторан бизнесы өлкәһендә Башҡортостандың иң яҡшы эшҡыуары” тигән юғары исемгә лайыҡ булған.
Һәр кемдең тормошондағы уңыштары һәм еңеүҙәренә бала сағынан нигеҙ һалына. Был йәһәттән Рәзилә Хәмит ҡыҙының да яҙмышы иҫкәрмә түгел. Матурлыҡҡа ынтылышы, уны үҙ ҡулдары менән тыуҙыра белеүе бала сағынан килә. Ул Күгәрсен районына өләсәһенә ҡунаҡҡа барғанда ундағы уникаль тәбиғәт менән һоҡланып бөтә алмай. Ә һөнәр һайлауы – йәмәғәт туҡланыуы технологы – оҙаҡ йылдар дөйөм туҡланыу тармағында эшләгән әсәһенең өлгөһө. Ул бөгөн дә һөнәри мәсьәләләрҙә ҡыҙының беренсе кәңәшсеһе, “Яратҡан” кафеһының яңы аштарының етди дегустаторы.
Йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә кешеләрҙең ниндәй кәйефтә эшкә килеүе, хеҙмәттәренең лайыҡлы баһаланыуын тойоуы айырыуса мөһим. Юҡҡа ғына: “Иң тәмле аҙыҡ, күңел һалып бешерелгәне”, – тип әйтмәйҙәрҙер. Ҡалала популяр кафеның төп уңыш сере, бәлки, тап ошолор. Килеп киткән кешеләрҙең баһаламалары ла быны иҫбатлай.
– “Яратҡан” кафеһы – зауыҡлы, үҙенсәлекле! Бында үҙеңде абруйлы ҡунаҡ итеп тояһың, юғары хис-тойғолар, шатлыҡ, һоҡланыу менән һәм яңынан ҡабат-ҡабат килергә вәғәҙә биреп китәһең. Кафеның әкиәти матурлығы йөрәкте елкендерә, ижадҡа көйләй, – тип яҙа Бәләбәй ҡалаһында йәшәүсе Рәзилә Латипова.
Ә бына Өфөнән бер ҡунаҡтың фекере:
– Ағайымдың юбилейына ҡайттым. Баш ҡаланың элиталы ресторандары кухняһы менән танышмын, әммә “Яратҡан” кафеһында тәҡдим ителгән аш-һыуға һоҡланып бөтә алманым. Бәләбәйҙең хеҙмәтләндереү өлкәһендә алға китеүен билдәләүе күңелле!
Кафе коллективы – ул бер татыу ғаилә. Шеф-ашнаҡсылар Миләүшә Әминева менән Гөлназ Сәйфуллина, блюдоларҙы таратыу өсөн яуаплы Марина Романова ул асылған көндән алып эшләйҙәр. Ғаилә бизнесын алып барыуҙа ҡыҙы, Алеся Нурдәүләт ҡыҙы Сторожева, ул производство мөдире лә, Рәзилә Ғиндиеваның уң ҡулы. Ире Нурдәүләт Мәүлетйән улы – ышаныслы тылы.
– Һәр кем үҙ бурысын аныҡ үтәгән командаң булһа ғына юғары сифатлы хеҙмәтләндереүгә ирешеп була. Ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн етәксе барыһын да контролдә тота белергә тейеш, – тип иҫәпләй уңышлы эшҡыуар.