– Кәңәшмәне “Башҡортостан Республикаһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙы әҙерләп уҙғарыуҙа көнүҙәк мәсьәләләр” темаһына доклад менән Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев асты, – тип һөйләне Минзилә Рауил ҡыҙы кәңәшмә тураһында. – БР Үҙәк һайлау комиссияһы аппаратының хоҡуҡи тәьмин итеү бүлеге мөдире Рәсих Шәмсетдинов кандидатты теркәү тураһында ҡарарҙың бөтөрөлөүе йәһәтенән һайлау коммиссияларының эш итеү йүнәлешен билдәләне. Йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм мәғлүмәт бүлеге мөдире Ришат Лоҡманов бушлай баҫма майҙан бүлеү буйынса йәрәбә һалыуҙы уҙғарыу һәм һайлау кампанияһын мәғлүмәт менән тәьмин итеү мәсьәләләренә туҡталды. БР Үҙәк һайлау комиссияһы аппаратының финанс бүлеге мөдире Светлана Березенкова һайлауҙы финанс яҡтан тәьмин итеү мәсьәләһен аңлатты.
2018 йылдың 1 ғинуарына Бәләбәй районынында һайлаусылар 72240 кеше булған (Бәләбәй ҡалаһы – 42865, Приют ҡасабаһы – 14970, ауыл биләмәләре – 14405).
391 һайлаусы беренсе тапҡыр тауыш биргән.
30 йәшкә тиклем һайлаусылар – 14396 кеше, 80 йәштән өлкәнерәктәр – 3751 кеше.
– Минзилә Рауил ҡыҙы, гәзит уҡыусыларға 2018 йылдың 9 сентябрендә үтәсәк һайлау барышы тураһында һөйләгеҙ әле.
– Иҫегеҙгә төшөрәм, Берҙәм тауыш биреү көнөндә – 9 сентябрҙә – Башҡортостанда Башҡортостан Республикаһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һайланасаҡ (ҡатнаш һайлау системаһы буйынса), унда 110 депутатлыҡ мандаты урынлаштырыласаҡ: бер мандатлы һайлау округы буйынса 55 депутат һайлана (бер һайлау округы – бер депутат), 55 депутат – һайлау берләшмәләре күрһәткән кандидаттар исемлеге өсөн бирелгән ҡалалар һанына пропорциональ берҙәм республика һайлау округы буйынса.
БР Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары менән Башҡортостан Республикаһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа Бәләбәй муниципаль районы территориаль һайлау комиссияһына ике бер мандатлы һайлау округтары – 32-се Асылыкүл һайлау округы һәм 33-сө Бәләбәй һайлау округы – вәкәләттәре йөкмәтелде.
32-се Асылыкүл һайлау округына (йәмғеһе 56837 һайлаусы) Әлшәй муниципаль районы территорияһы тулыһынса (31687 һайлаусы), Дәүләкән муниципаль районы территорияһының бер өлөшө (8889 һайлаусы), Алға (1162), Бик-Ҡарамалы (766), Иваново (551), Ҡыҙрас (762), Ҡорманҡай (554), Мәкәш (568), Поляковка (1433), Раевка (443), Рассвет (1005), Сергиопольск (683), Соколов (464), Шестаев (558) ауыл советтары территориялары тулыһынса, Бәләбәй муниципаль районының Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһе территорияһының бер өлөшө (8898 һайлаусы) һәм Туҙлыҡуш (512), Мәтәүбаш (677), Семенкин (511), Өҫән-Ивановка (858), Знаменка (1749), Донской (591), Максим-Горький (1355), Ыҫлаҡбаш (511), Шаровка (599) ауыл советтары ауыл биләмәләренең территорияларын тулыһынса индереп, Бәләбәй муниципаль районы территорияһының бер өлөшө (15261 һайлаусы) индерелгән.
33-сө Бәләбәй һайлау округына (барлығы 55979 һайлаусы) Бәләбәй районы территорияһы ғына индерелгән: Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһе территорияһының бер өлөшө (33967 һайлаусы); Приют ҡасаба советы ҡала биләмәһен тулыһынса (14970) һәм Баженов (969), Малиновка (828), Аксаков (2767), Рассвет (767), Ермолкин (1082), Анновка (629) ауыл советтары ауыл биләмәләре территорияларын индереп, Бәләбәй муниципаль районы территорияһының бер өлөшө (22012) индерелгән.
– Тағы бер тапҡыр асыҡлайыҡ: Асылыкүл һәм Бәләбәй һайлау округтары буйынса бер мандатлы һайлау округтары буйынса 2 депутат һәм партия исемлектәре буйынса 2 депутат һайланасаҡмы?
– Дөрөҫ. Тауыш биреү көнөндә һәр һайлаусы ике һайлау бюллетене ала, уның береһендә ул сәйәси партияны һайлай, икенсеһендә – депутатты.
– Алдан ниндәй эш алып барылды?
– Бәләбәй муниципаль районы территорияһында хакимиәт ҡарары менән 55 һайлау участкаһы төҙөлдө, шул иҫәптән 24 Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһендә, 11 – Приют ҡасаба советы ҡала биләмәһендә, 20 – ауыл биләмәләрендә. Родники, Рассвет, Веровка, Булановка, Баймырҙа кеүек ауылдарҙа төрлө сәбәптәр арҡаһында һайлау участкалары ябылды. Тауыш биреү көнөндә был ауылдарҙың һайлаусылары өсөн улар ҡараған участкаларға машина менән килтереү ойоштороласаҡ.
13 һайлау участкаһында һайлаусылар һаны 1000-дән 2000-гә тиклем, 17-һендә – 500-ҙән 1000, ә 7-һендә – 50-гә тиклем һайлаусы.
55 участка һайлау комиссияһының 5 йылға яңы составтары төҙөлдө, уларҙа 571 ағза хәл иткес тауыш менән эшләйәсәк.
– Участка комиссияларын төҙөүҙә кем ҡатнашты?
– Туғыҙ сәйәси партия, урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары, эш һәм йәшәү урыны буйынса һайлаусыларҙың йыйылыштары.
“Берҙәм Рәсәй”, КПРФ, ЛДПР, “Рәсәй патриоттары”, “Ғәҙел Рәсәй” кеүек сәйәси партиялар кандидатураларын барлыҡ 55 участка һайлау комиссиялары өсөн тәҡдим итте, Йәшелдәр” экологик партияһы – 52 комиссияға, Рост партияһы – 47, Рәсәйҙең социаллек өсөн пенсионерҙар партияһы – 41 участка комиссияһына, ә “Хеҙмәт союзы” Бөтә Рәсәй партияһы – 39 комиссияға.
Бәләбәй районы урындағы үҙидараһының вәкиллекле органдары участка һайлау комиссиялары составтарына 89 кандидат күрһәтте.
Эш һәм йәшәү урыны буйынса һайлаусылар йыйылышы тарафынан 28 кандидат тәҡдим ителде.
БР Үҙәк һайлау комиссияһы 2018 йылдың 20 июленән 9 авгусына тиклем участкалар комиссиялары составтары резервына өҫтәмә набор иғлан итеп,территориаль комиссияла документтар ҡабул ителде.
– Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү 21 июлдә тамамланды... Бәләбәйҙәр тауыштарын 12 кандидаттың береһе өсөн һәм алты партияның береһе өсөн бирә алыу хоҡуғына эйә буласаҡмы?
– 2018 йылдың 27 июле торошона ҡарата, 32-се Асылыкүл һайлау округында Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутатлығына кандидат күрһәтелгән һәм теркәлгән, шуларҙың алтыһы сәйәси партиялар тарафынан күрһәтелгән һәм бер кандидат үҙен-үҙе күрһәтеү тәртибендә, ә 33-сө Бәләбәй һайлау округы буйынса – 5 кандидат, уларҙың барыһы ла сәйәси партиялар тарафынан күрһәтелгән.
– Был ваҡытта ялда йәки вахтала булған яҡташтарҙы конституцион хоҡуҡтарыбыҙҙан файҙалана аласаҡбыҙмы тигән һорау борсой.
– Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙағы кеүек, “Мобилле һайлаусы” механизмы федераль һәм төбәк һайлауҙарында теркәүҙән төшөрөү таныҡлыҡтарын алыштыра һәм ауыш биреү процедураһын булыу урыны буйынса уңайлыраҡ итә. Был “булыу урыны буйынса тауыш биреү” тип атала, башҡаса әйткәндә, теркәлгән урының буйынса түгел, йәшәгән урының буйынса тауыш бирергә мөмкин.
– Бының өсөн ғариза яҙырғамы?
– Эйе. 9 сентябрҙә булыу урыны буйынса тауыш бирергә планлаштырған һайлаусыларҙан ғаризалар ҡабул итеү пункты территориаль һайлау комиссияһы ҡаршыһында 25 июлдән эшләй. Күп функциялы үҙәк аша, шулай уҡ Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла ғариза бирергә мөмкин. 29 августан ғаризалар ҡабул итеү пункттары һәр һайлау участкаһында эшләйәсәк. Һеҙҙең булыу урынығыҙ Башҡортостан Республикаһы территорияһы сиктәрендә булыуы мөһим. Әгәр һайлаусы Башҡортостан Республикаһынан ситкә китә икән, ул тауыш биреүҙә ҡатнаша алмай. Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлауҙа алдан тауыш биреү юҡ, һәм һайлауҙар республика территорияһында ғына уҙа.
Алдан тауыш биреү һайлау ҡануниәтенә ярашлы, бары тик урындағы үҙидара органдарын һайлауҙарҙа ғына ҡаралған. 14-се һәм 18-се һайлау округтары өсөн Бәләбәй муниципаль районының дүртенсе саҡырылыш Советы депутаттарын өҫтәмә һайлау буйынса участка һайлау комиссиялары алдан тауыш биреүҙе 29 августан 8 сентябргә ойоштора.
– Мәғлүмәт-белешмә үҙәгенең ҡыҙыу линияһы эшләй башланымы?
– Эйе. Күп каналлы 8-800-222-11-832 телефоны буйынса кәрәкле мәғлүмәт алырға мөмкин. Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының да ҡыҙыу линияһы эшләй – 8-800-347-54-54.
Бынан тыш, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында уңайлы һайлау комиссияһын эҙләү өсөн “ТИК и УИК на карте России” сервисы һәм һайлаусыларға мәғлүмәт биреү өсөн яңы персонлаштырылған күп каналлы чат эшләй башланы. Шулай уҡ смс-сервис бар: булыу урыны буйынса һайлаусыларҙы исемлеккә индереү тураһында ғариза тултырылған осраҡта һайлаусы ғариза статусын раҫлау һәм ул һайлаған участканың номеры менән смс аласаҡ.
Лариса Трифонова әңгәмәләште