Туризм
9 Августа 2018, 07:47

Ҡала матур яңы йорттар менән

Олпат йәштәге Бәләбәй актив төҙөлә һәм йәшәрә. Һуңғы йылдарҙа ҡаланың көньяҡ өлөшөндә ике яңы микрорайон барлыҡҡа килде.

Төҙөү генә түгел, уңайлы йәшәү мөхите тыуҙырыу һәм ҡаланың яңы йөҙөн булдырыу – райондың төҙөлөш тармағы лидерҙары – өлөшләтә торлаҡ төҙөү менән шөғөлләнеүсе “Шкаповнефтестрой-Стронег” төҙөлөш фирмаһы йәмғиәте һәм “Стройинвест” йәмғиәте үҙ бурыстарын бына шулай күрә. 26-сы микрорайонда “Көньяҡ” торлаҡ комплексы күршеһендәге яңы “Парк” торлаҡ комплексын нәҡ бына улар төҙөй.
Яҡшыртылған планировкалы күп фатирлы биш йортта йәшәйәсәк ғаиләләрҙән көнләшергә генә ҡала. Улар ҡалала, шул уҡ ваҡытта шау-шыуҙан алыҫыраҡ, тәбиғәт ҡосағында торасаҡ. Төҙөүселәр уңайлы булһын өсөн барыһын да уйлаған: йорттар араһында машина ҡуйыу урындары, заманса балалар уйын һәм спорт майҙансыҡтары буласаҡ. Торлаҡ комплексҡа асфальт юл һәм тротуарҙар һалынған да инде.
Читайте нас