Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
9 Август 2018, 12:45

Пенсиялар – күберәк

2017 йылда эшләгән пенсионерҙар 2018 йылдың авгусынан пенсияны артығыраҡ аласаҡ.

2017 йылда эшләгән пенсионерҙар 2018 йылдың авгусынан пенсияны артығыраҡ аласаҡ.
– 2017 йыл өсөн иҫәпләнгән взностар тураһында мәғлүмәттәр эш биреүселәр тарафынан бирелде һәм Пенсия фонды тарафынан страховкаланған заттарҙың иҫәптәренә таратылды, – тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фонды БР Бәләбәй районы һәм Бәләбәй ҡалаһы идараһынан.
Пенсияларҙы ҡабат иҫәпләү автоматик рәүештә, ғаризаһыҙ эшләнә. Августа өҫтәмә күләме индивидуаль, ул эш ваҡытына һәм эш биреүселәрҙән килгән страховка взностарына бәйле. Пенсияны яңы күләмдә Бәләбәй районы һәм ҡалаһы территорияһында йәшәүсе алты меңдән артыҡ пенсионер аласаҡ. Түләүгә сығымдарҙы финанслау тулы күләмдә тәьмин ителгән.
Әнисә Ғәҙелшина әҙерләне
Читайте нас